«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Уҡыусылар тарих менән ҡыҙыҡһына



27.12.2011 Уҡыусылар тарих менән ҡыҙыҡһына

БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли әҙәбиәт музейы тарафынан, 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап, Өфө ҡалаһының башҡорт гимназиялары араһында ойошторолған викторина уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда 50-гә яҡын уҡыу­сы ҡатнашты.
«Иң йәш ҡатнашыусы», «Иң үҙенсәлекле эш», «Ҙур яуаплылыҡ менән башҡарылған эш», «Иң әүҙем ҡатнашыусы мәктәп» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. 3-сө урын­ға республика һынлы сәнғәт гимназияһынан Нәғим Ғәзизов, Зөһрә Байегетова, Мостай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһынан Данил Мәхийәнов лайыҡ булды. 2-се урынды республика башҡорт ли­цей-интер­натынан Илгизәр менән Усман Мортазиндар яуланы. Викторинаның еңеүсеһе тип Мостай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһынан Нияз Юла­манов билдәләнде. Еңеү­селәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға