«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Осҡон сәсрәтте «Байыҡ»



20.12.2011 Осҡон сәсрәтте «Байыҡ»

Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» конкурсының гала-концерты яңы исемдәр асты
Осҡон сәсрәтте «Байыҡ»
Йыр-моң һөйөүселәр өсөн төрлө йыр программалары ла, конкурстар ҙа байтаҡ ҡына. Ә бына бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кешеләрҙе берләштереүсе «Байыҡ» берҙән-бер генә. Шуның менән айырыуса ҡәҙерле лә ул. Йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телеви­дение­һы аша ҡыҙыҡһынып конкурсанттарҙың сығыштарын ҡарайбыҙ, жюри ағзалары менән бер рәттән, үҙ баһабыҙҙы ҡуябыҙ, ә күңелебеҙҙе өҙә баҫыуы, йә аҡҡоштоҡо кеүек ғорур, талғын ғына хәрәкәттәре менән әсир иткән иң оҫта бейеүсегә смс-тауыштарыбыҙҙы юллайбыҙ.
«Байыҡ» йылдан-йыл тамашасылар араһында популярлаша бара һәм унда ҡатнашырға теләүселәр һаны ла артҡандан-арта. Быйылғы конкурста 500 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Дүрт этаптан торған бәйгегә бары тик «иң-иң»дәрҙең генә килеп етеүенә шик юҡ. Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән ҙур концерт та шуның асыҡ дәлиле булып торҙо. Конкурсанттарҙы Баймаҡ, Нефтекама, Учалы ҡалаларында, Малаяҙ ауылында һәм «Красноусол» шифаханаһында үткән һайлап алыу турҙарында йыйғандар. Улар араһынан бары тик йөҙ кеше генә икенсе турға үтә алған. Ә өсөнсө турға 70 кеше һайлап алынған. Бейеүселәр өсөн иң ҡатмарлыһы дүртенсе баҫҡыс бул­ғандыр. Унда жюри ағзаларының ғына тү­гел, тамашасыларҙың да һөйөүен яулау кәрәк бит. Финалға иң күп смс-тауыш йыйған 50 кеше генә сыға алды.
Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурсының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән гала-концертына Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» фольклор ансамбле, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡунаҡтары, Төркиә, ҡабарҙы-Балҡар, Хакасия, Эстония, ҡаҙағстан, Төньяҡ Осетия, Адыгея бейеүселәре лә саҡырылғайны. Ҙур бейеү байрамы тамашасыларҙы башҡорт йолалары менән генә таныштырып ҡалманы, башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә лә бер аҙ байҡау яһаны. Һәр бейеү аша беҙ теге йәки был милләттең ниндәй­ҙер кимәлдә йөҙөн астыҡ, һәр бейеү аша ниндәй­ҙер халыҡҡа хас булған ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, байрамдар менән таныштыҡ, холоҡ-фиғелдәренең үҙенсәлектәренә иғтибар иттек. Ә иң мөһиме сәхнәнән күҙебеҙҙе ала алмай, бейеүселәрҙең һәр хәрәкәтен һоҡланып күҙәтеп, иҫ киткес ҙур бер ләззәт тойоп ултырыуыбыҙ булғандыр.
Һәм бына, ниһайәт, сәхнәнән еңеүселәрҙе иғлан итер мәл етте. «Байыҡ − 2011» конкурсының иң һәйбәт триоһы тип Дыуан районы бейеүселәре Сәғҙи Рәйесов, Илдар Ниғәмәтйәнов һәм Илнар Исмәғилев танылды. «Иң һәйбәт дуэт» номинацияһында «Янғантау» шифаханаһынан килеүсе Шәһит Яҡупов менән Салауат Алтынбаевҡа етеүсе булманы. Ә яңғыҙ башҡарыусылар араһында хатта ике гран-при билдәләнде. Әбйәлилдән Радик Хәлилов һәм Учалынан Ғәлимйән Хилажев «иң-иң»дәре тип табылды. «Красноусол» шифаханаһы ансамбле «Иң һәйбәт ансамбль» исеменә лайыҡ булды. Быйылғы «Байыҡ»та − егеттәр йылы, тип әйтергә лә булалыр − ҡыҙҙарға тәүге урындар эләкмәне.
«Байыҡ»та ҡатнашыусылар йыл аҙағына яҡынлашҡанда тағы ла бер баҫҡысты яуланы. Был улар яула­ған һуңғы үрҙәр булмаҫ, «Байыҡ» ҡуйған ҡанаттар үҙ аллы осоштарға ла юлдар асыр тип өмөтләнәйек.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға