«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Гәлсәрҙәр» концертҡа саҡыра



06.12.2011 «Гәлсәрҙәр» концертҡа саҡыра

11 йыл дауамында тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән «Гәлсәр һандуғас» проекты быйыл да тамашасыларын ҙур концерт менән ҡыуандырмаҡсы.
2005 йылдан алып «Гәлсәр һандуғас» асҡан «йондоҙ»ҙарҙың сығышы, иң популяр дуэттар, яңы йырҙар, йыр-моңло, уйын-көлкөлө, күңелле тамаша көтә кон­церт­ҡа килеүселәрҙе. Рәдиф Зарипов, Искәндәр Ғәзизов, Фәриҙә Ғаззалова, Венера Юлгилдина, Гүзәл Аҫылбаева, Иҙел Нурғәлин, Фәрүәз Урманшин, Хәлимә Ғәббәсова һәм башҡа сәхнә «йондоҙ» ҙары ҡатнашлығындағы концерт Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 9 декабрҙә үтәсәк. Земфира Байбулдина менән бергә «Гәлсәр һандуғас» егеттәре лә үҙҙәрен алып барыу­сы ролендә һынап ҡараясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға