«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Башҡортостан ҡыҙы” – дискотекала



29.11.2011 “Башҡортостан ҡыҙы” – дискотекала

“Башҡортостан ҡыҙы” – дискотекала
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының республика гәзит-журналдары һәм райондарҙың йәштәр берлеге менән һәр кесе йома һайын Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында йәштәргә айыҡ дискотека ойоштороуы матур йолаға әүерелеп бара.
Үткән аҙнала был күркәм кисәне үткәреүгә республикалағы абруйлы журнал – “Баш­ҡортостан ҡыҙы” һәм Баймаҡ районы йәштәре берлеге йәлеп ителде.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Йомабикә Ильясова, Баймаҡ йәш яҡташтар берлеге рәйесе Юлдаш Янбаев, йәштәрҙе тәбрикләп, артабан да дуҫ булырға һәм тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға өндәне.
Танылған артистар Әлфиә Әмирханова менән Заһит ҡунафиндың, йәш йырсылар Ильяс Кинйәғолов менән Азат Әлибаевтың йырҙары күңелдәрҙе әсир итте. Дәртле бейеү “Башҡортостан ҡыҙы" тураһындағы викторина, уйын-бәйгеләр менән үрелеп барҙы. Еңеүселәр журналдың исеме яҙылған футболка менән бүләкләнде.
Йомабикә Ильясованың йәш сағында ижад иткән мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙарын уҡыуы йәш-елкенсәктең күңеленә айырыуса хуш килде. Шағирәнең мөхәббәт шиғырҙарына конкурс иғлан итеүе йәштәрҙе хисләндереп ебәр­ҙе. Унлаған ижадсы араһынан Хәйбулла райо­нынан Айгөл Юнысованың шиғырҙары иң матуры тип табылды. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала һәм шиғыр яҙыу менән 7-се синыфтан мауыға икән.
Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Йомабикә Ильясова киләсәктә йәштәрҙе борсоған мәсьә­ләләрҙе күтәреп сығасағы һәм “Йәштәр – ғаиләләге йәбергә ҡаршы”, “Йәштәр – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн” акцияларын үткәрергә ниәтләүе хаҡында әйтте.
Кисә барыһына ла яҡшы кәйеф һәм матур уй-ниәттәр өләште.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр Данилов фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға