«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Республика башлығы драматург Нәжиб Асанбаевты 90 йәше менән тәбрикләне



12.11.2011 Республика башлығы драматург Нәжиб Асанбаевты 90 йәше менән тәбрикләне

Республика башлығы драматург Нәжиб Асанбаевты 90 йәше менән тәбрикләне
Ошо көндәрҙә билдәле драматург, Баш­ҡортостан Республи­ка­һының халыҡ яҙыу­сыһы Нәжиб Асан­баев 90 йәшен билдәләне. Әҙиптең оло юбилейы айҡанлы республикала бихисап сара уҙғарылды. Ә баш ҡалала 2 − 8 ноябрҙә театр фестивале үтте. Уның сиктәрендә Өфө сәхнәләрендә Нәжиб Асан­баевтың драмалары ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, был сараларҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Нәжиб Асанбаевтың геройҙары тормошҡа яҡын, шуның өсөн дә тамашасылар уларҙы үҙ итә. Башҡорт дипломаты Кәрим Хәкимов һәм билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышы беҙҙең башҡорт театрын бар донъяға билдәле итте.
9 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асанбаевтың юбилей кисәһе уҙғарылды. Әҙипте ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне. Рөстәм Зәки улы Нәжиб Асанбаевтың республика мәҙәниәтенә индергән тос өлөшөн юғары баһаланы һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы. Олуғ әҙипкә шулай уҡ «Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Юбилярға сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ижади уңыштар теләйбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға