«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Земфира Ғәлимова – ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты



27.09.2011 Земфира Ғәлимова – ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты

БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары К. Дәүләтова ТӨРКСОЙ мәҙәниәте министрҙарының Даими советы ултырышында ҡатнашты. Совет ТӨРКСОЙ ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында уның генераль секретары Дюсен Касеиновтың отчетын тыңланы. Халыҡ-ара ойошма етәксеһенең вәкәләттәр мөҙҙәте сығыу сәбәпле, 2011 − 2014 йылдарға Дюсен Касеинов ҡайтанан ойошма етәксеһе итеп һайланды. Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай ойошманың ваҡытлыса координаторы итеп һайланды.
Билдәле Рәсәй төркиәтсеһе, беренсе хакас профессоры Николай Катановтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы, совет 2012 йылды Николай Федорович Катанов йылы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Делегация етәкселәре художество күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Унда башҡорт рәссамы Земфира Ғәлимоваға художество сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәте өсөн ТӨРКСОЙ премияһы тапшырылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға