«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Экранда – “13-сө раунд”



17.09.2011 Экранда – “13-сө раунд”

Билдәле режиссер Булат Йосопов кино һөйөүселәр иғтибарына сираттағы ижад емешен тәҡдим итә. Тулы метражлы “13-сө раунд” фильмы 6 октябрҙән республика кинотеатрҙарында күрһәтелә башлаясаҡ. Рушана Бабич, Полина Шабаева, Айсыуаҡ Йомағолов ҡатнашлығындағы картина күп­тәр­ҙең күңеленә хуш килер.
Өфө ҡалаһында төшөрөлгән фильмда ябай бер малайҙың кисерештәре аша меңләгән ғаиләнең трагедияһы һүрәтләнә. Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә бара.
Тормош – ул бокс кеүек. Ниндәй көс менән һуғыуың түгел, ә һиңә килгән ҡаршылыҡты нисек күтәреүең мөһим. Кинола шул фекер ҡыҙыл еп булып үтә. 12 йәшлек Рафаилды (Морат Теүәлбаев) яҙмыш бер нисә көн эсендә генә бер-бер артлы сикәләй. Әсәһенә ҡурҡыныс диагноз ҡуялар, ә ҡиммәтле операция өсөн аҡса табыу мөмкинлеге юҡ – атаһы күптән икенсе ҡатынға өйләнгән. Етмәһә, малай ғаилә серен – әсе дөрөҫлөктө белеп ҡала. Ауырлыҡтар үҫмерҙе бикле ҡуласаға илтә. Шул саҡ уны табышлы, әммә тайғаҡ юл ымһындыра. Бәләкәстән бокс менән шөғөлләнеп, ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән үҫмер уларға ҡаршы торорға көс таба. Һәм бына – атаһы менән әсәһе йәнә бергә, мәкерле сир ҙә, яуызлыҡ та еңелә.
Дөйөм алғанда, “13-сө раунд” – ябай, шул уҡ ваҡытта күңелгә үтеп инерлек фильм. “Текә”, әммә мәғәнәһеҙ мәлдәрҙең булмауы тамашасыларҙы геройҙарға яҡынайта ғына. Залдағылар улар кисергән тойғолар­ҙы йөрәге аша үткәрер. Музыкаль яҡтан уңышлы биҙәлеш психологик сағыулыҡты көсәйтә. Шулай ҙа образдарҙың үҫеше булмауы, проблеманың тейешенсә асылмауы башҡорт киноһы өҫтөндә әле эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләй.
“13-сө раунд”– Булат Йосоповтың режиссерлыҡ эшмәкәрлегендә яңы аҙымы, үҫеше. Ул кино һөйөүселәрҙе тағы ла ҡыҙыҡлы премьералары менән ҡыуандырыр тип ышан­ғы килә.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға