«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хыялдарға илтер һуҡмаҡ



20.09.2011 Хыялдарға илтер һуҡмаҡ

Хыялдарға илтер һуҡмаҡ
Был донъяла һәр кемдең үҙ ҡиммәте. Кемдер туғандары менән аралашып, бергә-бергә йә­шәүҙән йәм таба, икенсе берәү күберәк мөлкәт туплап ҡалыу яғын ҡарай, өсөнсөләр дан-шөһрәт өсөн үҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Шул рәүешле, һәр кем үҙ маҡсаттарын йүгәнләп, тормош һуҡмағын һүтә бирә. Ғүмер шулай үҙ яйы менән генә барыр тип уйлағанда яҙмыш ҡайһы берәүҙәргә ниндәй­ҙер яңылыҡ әҙерләп ҡуйған бит әле. Салауат Әбү­зәрҙең өр-яңы “Хазина” пьесаһы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әҙерләгән спектаклдә (режиссеры – А. Йән­­бәков) төп герой Айбулаттың тормошо ҡапыл ғына ҡырҡа үҙгәрештәргә дусар була.
Яңы юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алып, атай нигеҙен ҡоротмайым тип, ауылына ҡайтып, йорт һалырға ниәтләгән Айбулаттың яҙмышы бөгөнгө ҡайһы бер йәштәр­ҙең яҙмышына ауаздаш. Әлбиттә, хәҙер йәш быуын ҡалала төпләнеү яғын ҡарай, ауыл еренә ҡайтырға бик һирәктәр ризалаша. Әммә спектаклдең төп геройы булмышы менән тәбиғәт балаһы: ул тыуған ерендә үҙен күпкә бәхетле тоя, үҙ еренең тарихы менән ихлас ҡыҙыҡһына, хатта бәпес көткән йәш ҡатынының ҡала еренә ынтылыуын да йомшаҡ ҡына кире ҡағыу яғын ҡарай.
Башҡа геройҙар ҙа – тамырҙары менән үҙ еренә ереккән ауыл кешеләре. Тик Әхәт кенә, ниндәйҙер пландар менән янып-көйөп, шулар­ҙы тормош­ҡа ашырам тип, сит-ят ерҙәрҙең тупһаһын тапап көн күрә. Әммә ул да үҙ асылына ҡайта, ошоға тиклем тыуған еренең киңлеген, матурлығын күрмәүенә хатта аптырап ҡуя.
Иртәнән кискә ҡәҙәр тормош мәшәҡәттәре менән ҡайнаған ауыл халҡы артабан да һәүетемсә йәшәй бирер ине лә бит… Көтмәгәндә Айбулаттың хазина табып алыуы бөтә ауылды ҡуҙғыта. Үҙ тормоштарына яңы нигеҙ һала башлаған егет, тыныс көндәренең һәр минуты уяулыҡ талап итә башлағас: “Хазина… Эх, кәләш, кәләш!.. Шуны тапҡандан бирле тынғылыҡ бөттө. Аш аш түгел, йоҡо йоҡо түгел…” – тип ҡуя хатта.
Көтмәгәндә ҡулға килеп эләккән хазина күп хыялдарға илтер һуҡмаҡ булыр кеүек тә бит… Әммә ул ҡайһы берәүҙәрҙең ысын йөҙөн асып һалыр бер сер ҙә була ала икән…
Табылған хазинала ҡайһы берәүҙәр табыш, байлыҡ күреп, уны үҙ мәнфәғәттәренә йүнәлтеү өсөн ҡулға төшөрөргә тырышһа, Айбулат тәү сиратта уның халыҡ алдындағы әһәмиәтен, тарих өсөн мөһимлеген өҫтөн ҡуя. Үҙен уҡытҡан профессорға мөрәжәғәт иткәс, табылған хазинаның тотош ил алдында тотҡан әһәмиәте асыла: унда халыҡ йыйған алтын-көмөштәрҙән тыш, юғалған Һартай ырыуының шәжәрәһе, тарих биттәрен һаҡлаған фарсы яҙыуҙары ла һалынған була. Бына бит ул: тотош ил өсөн ҡиммәте булырҙай табыш ысын хазина була ала. Һәм тағы ла кешелекте йәшәткән, тормошто бар иткән иң мөһим хазина – рухи бейеклек. Бына ошо хазина хаҡында был яңы әҫәр.
Спектаклдең премьераһы 29 сентябрҙә була.

Рита ХӘСӘНОВА,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға