«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йондоҙҙарға яҡыныраҡ



17.09.2011 Йондоҙҙарға яҡыныраҡ

Йыһан, йондоҙҙар темаһы серлелеге менән үҙенә ылыҡтырып тора. «Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара балалар конкурсында ҡатнашыусылар ҙа – был тема менән ҡыҙыҡһыныусы үҫмерҙәр.
Үҙҙәренең яратҡан темаһын улар һүрәт, художестволы плакат аша ла асырға тырышҡан, мәҡәлә, эссе, хикәйә итеп тә һүрәтләгән. Конкурс йыл һайын ойошторола. Уның маҡсаты – тәүге тапҡыр йыһанға осоусының батырлығын күрһәтеү, уның данын күтәреү, Рәсәй фәненең үҫешен популярлаштырыу.
Конкурста 5 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Ә еңеүселәр­ҙе Звезд­ный ҡалаһына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Проекттың авторы һәм етәксеһе – «Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова.
Быйылғы сәйәхәт 28 – 30 сентябрҙә үтәсәк. Балалар тәүҙә Королев ҡалаһында Осоштар менән идара итеү үҙәгендә буласаҡ. Бында улар Халыҡ-ара йыһан станцияһында вахта үтеүсе йыһангирҙар менән видеобәйләнешкә инеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға яуап аласаҡ. Звездный ҡалаһында иһә улар йыһангирҙар әҙерләү үҙәге музейы менән танышасаҡ, шулай уҡ үҙенсәлекле гидролабораторияны ҡараясаҡ, планетарийҙа йондоҙло күктең картаһын өйрәнәсәк. Донъялағы иң ҙур йыһан центрифугаһын, Тымыҡ океанда батырылған «Мир» орбита станцияһының теүәл күсермәһен күрергә күптәр хыяллана.
Һуңғы туҡталыш – Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәү. ҡыҙыл майҙан, ҡорал палатаһы, Ал­мас фонды кеүек баш ҡаланың күренекле урындарында булыу ҙа үҫмерҙәрҙең тәьҫораттарын байытасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға