«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » УЛ ҮҘЕ ЛӘ БЕҘҘЕҢ ЕР БИҘӘГЕ



13.09.2011 УЛ ҮҘЕ ЛӘ БЕҘҘЕҢ ЕР БИҘӘГЕ

УЛ ҮҘЕ ЛӘ БЕҘҘЕҢ ЕР БИҘӘГЕ
Уҙған йома һәм шәмбе көндәрендә бәрәкәтле Ишембай ерендә башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ноғман Мусиндың оло юбилейына арналған тантаналы саралар үтте.
Нефтселәр ҡалаһының халыҡ менән шығырым тулы мәҙәниәт һарайында башланған ижад кисәһендә оло әҙибебеҙҙе ҡотлау өсөн иң беренсе һүҙҙе БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов алды.
– Ноғман Мусин, ысынлап та, бөйөк ҡәләм оҫтаһы, – тип башланы сығышын Әлфис Суфиян улы. – Үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән беҙҙең быуынды ла, беҙҙән һуңыраҡ килгән быуынды ла матурлыҡҡа, батырлыҡҡа, сафлыҡҡа өйрәтте. Кешеләрҙе туған тәбиғәткә, тыуған төйәккә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға саҡырҙы. Тыуған илде һөйөү тойғоһо ла күптәрҙең күңелендә Ноғман Мусин әҫәрҙәре аша бөрөләнде. Иманым камил, киләсәктә лә яҙыусының роман һәм повестары беҙҙең яңы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Әлфис Ғаязов БР Президентының ҡотлау һүҙҙәрен дә уҡып ишеттерҙе һәм Рөстәм Хәмитов исеменән әҙипте “Башҡортостан Республика­һында күрһәткән уңыштары өсөн” ордены менән бүләкләне.
Ноғман Мусин исеменә ҡотлау адресын БР Хөкүмәте Рәйесе Азамат Илембәтов та ебәргәйне. Уның күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәрен дә тамашасылар дәррәү ҡул сабып ҡаршыланы.
ҡәләмдәш дуҫтарына үҙҙәренең тәбрикләү һүҙҙәрен еткереү өсөн был көндө ҡунаҡсыл Ишембайға Башҡор­тостан Яҙыусылар союзы рәйесе Азамат Юлдашбаев, Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, Әнисә Таһирова, Барый Ноғоманов, Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, Әхмәр Үтәбай, Салауат Кәримов, билдәле күҙ ауырыуҙары докторы, академик Марат Аҙнабаев, республикабыҙ гәзит-журналдарының баш мөхәр­рир­ҙәре һәм журналистары Фәрит Әхмәҙиев, Фәнил ҡоҙаҡаев, Рәшит Кәлимуллин һәм башҡалар килгәйне.
Азамат Юлдашбаев Ноғман Сөләймән улын башҡорт телендә уҡыған барлыҡ кешелек донъяһының тере легендаһы тип атаны.
– “Мәңгелек урман” – ул милләтебеҙ тарихы, “Мәңгелек урман” – ул телебеҙ, “Мәңгелек урман” – ул рухыбыҙ, “Мәңгелек урман” – ул Башҡортостаныбыҙ, – тине Азамат Рәмил улы, тулҡынланып. – Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”ы бөгөн дә, иртәгә лә, киләһе йөҙ йыллыҡта ла халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, рухыбыҙҙы мәңгелеккә алып барасаҡ!
– Ноғман Мусин – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын быуатының алтын бағанаһын булдырыусы яҙыусының тап беҙҙең Ишембай ерендә тыуғанына беҙ сикһеҙ шатбыҙ. – Яҡташтарының саф тойғоларын яҙыусыға Ишембай райо­ны хакимиәте етәксеһенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Шаһиева еткерҙе. – Һикһән йәш ул һеҙҙең өсөн әле сик түгел. Һаман да шулай ил менән, халыҡ менән бергә ҡалығыҙ, Ноғман ағай.
Әҙиптең ижад кисәһен Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәзим Ильясовтың йырҙары, БР-ҙың халыҡ артистары Гөлгөнә һәм Раил Лоҡмановтарҙың бейеүҙәре, Нәғим Нуриманов, Кинйә Әхмәҙиевтарҙың ҡурай моңдары биҙәне.
Иртәгәһен байрам тантаналары Ноғман Мусиндың тыуған төйәгендә – ҡунаҡсыл ҡолғона ауылында дауам итте.

Алтын СУРА.
Ишембай районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға