«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Афарин, «Тамыр»ҙар!



06.09.2011 Афарин, «Тамыр»ҙар!

«Тамыр» телеканалы программалары яңыраҡ Мәскәүҙә үткән «Включайся!» халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә билдәләнде.
Балалар телеканалында бер йылға яҡын эшләгән бишенсе класс уҡыусыһы Иван Мережко фестивалдә «Уҡытыусым менән ғорурланам» махсус программаһының авторҙашы булараҡ сығыш яһай һәм хыялындағы уҡытыусы хаҡында һөйләй. «Тамыр» телеканалы профессионалдары менән берлектә төшөрөлгән йәш журналистың был проекты жюри ағзаларына ғына түгел, «Детский» каналы продюсерҙарына ла оҡшаған. Һөҙөмтәлә Иван уларҙың махсус бүләгенә лайыҡ була. Улар программаны үҙҙәренең каналында бөтә Рәсәй тамашасыһына күрһәтергә лә тәҡдим иткән.
Икенсе награданы балалар телеканалы ЮНИСЕФ етәксеһе ҡулынан алды. Режиссер Ләйсән Мәжитова менән журналист Элина Ханнанованың мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙыҡай тураһындағы эше Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының балалар фонды тарафынан булдырылған «Хаҡым бар» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Фестивалдә ҡырғыҙстан, Латвия һәм Украинанан да йәш журналистар ҡатнашҡан. Кон­курсҡа бөтәһе 200-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән.
«Включайся!» фестивалендә, өлкәндәрҙән тыш, балалар жюрийы ла эшләгән. Уның ағзалары иҫәбенә үткән йылғы фестивалдәрҙә еңеү яулаған студиялар балалары ингән. Араларында «Тамыр» телеканалының йәш журналисы, «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын алып барыу­сы Айҙар Әхмәҙиев та бар.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға