«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тыванан – беренсе урын яулап



30.07.2011 Тыванан – беренсе урын яулап

Тыванан – беренсе урын яулапЙәш йырсы Айҙар Хәмзин «Саян тауҙары моңдары» халыҡ-ара эстрада йырҙары конкурсында, башҡорт халыҡ йыры «Уралым»ды башҡарып, тәүге урынды яуланы. Баһалама ағзаларын ул халыҡ йырын заманса, эстрадаса аранжировкаға һалып башҡарыуы менән әсир итте. Һөҙөмтәлә – беренсе урын һәм халыҡ-ара конкурс лауреаты исеме.
Был конкурс Рәсәй һәм сит ил йәштәренә ижади мөмкинлектәрен һынау өсөн ҙур майҙан булып тора. Быйыл ҡыҙыл ҡалаһында үткән конкурста Алтай, Башҡортостан, ҡаҙағстан, Монголия, Тыва, Хакасия, Бүрәт Республикаларынан, Пятигорскиҙан йәш башҡарыусылар ҡатнашты.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға