«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт Саҙретдин



26.07.2011 Башҡорт Саҙретдин

Башҡорт Саҙретдин«Кем һин?» – тип һораһалар, Силәбе өлкәһенең Красноармейск районының Дубровка ауылында тыуып үҫкән Саҙретдин Камалов: «Мин – башҡорт!» – тип яуаплай. Яҡын тирәлә уның исемен дә йүнләп белмәйҙәр, күпселектә ихтирам менән «Башҡорт» тип өндәшәләр. Бала сағынан баҫылған, иҙелгән, бахырланған милләт вәкиле итеп түгел, ә ирек һөйөүсән, үҙ һүҙен башҡаларға ишетерлек итеп әйтеп өйрәнгән, көслө башҡорт итеп танытҡан ул үҙен. Яугирҙар тоҡомонан мин, батырҙар ырыуынан, тип, Садретдин Рамдыс улы ғорурлыҡ менән дә, эске бер әрнеү менән дә бәкәтиндәр тураһында һөйләй:
– Беҙҙең ырыу һуғышсан, көслө булған, азат рухлы кешеләре менән дан тотҡан. Батша Рәсәйенә ҡушылмаҫ өсөн һуңғаса көрәшкән, шуға ла беҙҙең халыҡты ҡырып бөтөрә яҙғандар. Ләкин беҙ барбыҙ, рухыбыҙ ҙа шул уҡ ҡалған һәм бөтөргә уйламайбыҙ ҙа.
Тел сарларға яратҡан кешегә оҡшамағайны Саҙретдин, шулай булып сыҡты ла – һүҙен эше менән нығыта. Нишләп башҡорт егеттәре көсһөҙ, нишләп улар менән иҫәпләшеп бармай­ҙар, тип һорай ҙа, үҙе үк яуап бирә: «Сөнки спортты үҙ итмәйҙәр, эсәләр, тарталар, бик тә булмаһа, телевизор ҡарап тик яталар. Халҡыбыҙ электән батырҙары менән барыһын һоҡландырған, уларҙың рухына тап төшөрөргә хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ ҙә көслө булырға тейеш». Саҙретдин үҙе байтаҡ йыл карате менән шөғөлләнгән, хәҙер тай боксын үҙләштерә. Шунан һуң уны кәмһетеп һөйләшеп ҡара. Утлы ҡарашы менән генә өтөп алһа – бер бәлә, йоҙроҡтарының көсөн тойорға яҙмаһын!
Көслө, таһыллы егет сәнәғәт альпинизмы менән шөғөлләнеп, аҡса эшләй. Эскелекте йәне һөймәй, тәмәке ҡоло булырға ла теләмәй. Ысын күңелдән башҡорт ҡыҙҙарын донъялағы иң һылыу, аҡыллы, сабыр гүзәлдәр тип иҫәпләп, башҡа милләт ҡыҙҙарына әйләнеп тә ҡарамаған. Әйләнеп ҡараған хәлдә лә, уның башҡа милләттән булған һөйгәне тора-бара үҙен башҡорт тип иҫәпләй башлар ине, моғайын. Сөнки рух тигәнең унда шул тиклем көслө! ҡайһы бер ирҙәребеҙҙән айырмалы рәүештә, балалары Маша, Ваня булып йөрөмәҫ ине һәр хәлдә. Заманалар ауыр, тип ауырлыҡтарға һылтанып, бер-ике бала менән генә мөрхәтһенмәгән, халҡын ишәйтеп, гөлдәй дүрт бала үҫтерә егерме туғыҙ йәшлек Саҙретдин. Бәлә­кәстәрҙең һәр береһе гел урыҫ мөхитендә ҡайнаһа ла, ата-әсәләре өйҙә улар менән тик башҡорт телендә һөйләшә. Шуға ла улдары, ҡыҙҙары «мам, пап» тип түгел, «атай, әсәй» тип тәтелдәп йөрөй.
– Өләсәйем Нәғимә Низам ҡыҙы халҡыма ҡарата һөйөү тәрбиәләне, мине телдән айыртманы, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятты, – ти башҡорт егете. – Өләсәйемдең ғүмер буйы тыуған ерен һағыныуы йөрәгемә һағыш булып уйылған. Ул элек Һатлыҡ ауылында йәшәгән. «Маяҡ»та атом аварияһы булғас, уларҙы Лазурный ауылына күсергәндәр, һуңынан – Дубровкаға. Ана шулай итеп, ата-бабаларым тәпәй баҫҡан, яу сапҡан Бәкәтин ырыуы ерендә тыуыуҙан мәхрүм ителгәнмен, Һатлыҡ түгел, ә Дубровка минең тыуған ауылыма әйләнгән. Өләсәйемдең, тыуған еребеҙгә кире ҡайтырға кәрәк, ҡайтырға кәрәк, тип ҡат-ҡат ҡабатлаған һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлап торғандай. Беҙ унда кире ҡайтыр ҙа инек, мөмкинлектәребеҙ сикле. Хәҙер килеп беҙҙең ырыу ерҙәрен һатып яталар, гектары – илле биш мең һум. Шунда кире төпләнергә Башҡортостан берәй нисек әмәлен табып ярҙам итешмәҫме икән, исмаһам, өләсәйемдең аманаты үтәлер, иңдән бер бурыс төшөр ине.
Башҡорттарҙы һис кемгә рәнйетергә юл ҡуймаған Саҙретдин, милләттәштәрен осратһа, уларҙы үҙе менән бергә спорт залына йөрөргә өгөтләй, уҡырға ла кәрәк, спортты ла оноторға ярамай, тип яңы үрҙәргә саҡыра.
– «О-о, башҡорт!» тип, халҡыбыҙға тәрән хөрмәт менән ҡарай башлаһалар, шул саҡта ғына милләтем өсөн күңелем тынысланыр, – ти Бәкәтин ырыуы вәкиле.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға