«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Беренсе канал байрам бүләк итә!



31.05.2011 Беренсе канал байрам бүләк итә!

Беренсе каналдың 1 июндә – Халыҡ-ара балалар­ҙы яҡлау көнөндә баш ҡалабыҙҙа «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы үткәреүен хәбәр иткәйнек инде.
Йыл һайын ойошторолған сара быға тиклем Мәскәү, Ярославль, Краснодар, Иваново, Пенза, Һамар, ҡаҙан ҡалаларында уҙғайны. Былтыр ул Түбәнге Новгородта үтте. Акцияның маҡсаты – ауыр хәлдә ҡалған, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм инвалид балаларға ярҙам итеү. Беҙҙә үтәсәк һәм 150-нән ашыу телеэкран «йондоҙ»ҙары, популяр алып барыусылар ҡатнашасаҡ марафонда балаларға бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Спорт ярыштары, күңел асыу уйындары бер юлы бер нисә майҙанда барасаҡ. ҡунаҡтар акция барышында Республика балалар клиник дауаханаһына, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының балалар бүлегенә, реабилитация үҙәгенә, 1-се балалар йортона, мәктәп-интернаттарға, парктарға барасаҡ. ҡунаҡтар һәләтле үҫмерҙәр ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ойошторорға ла иҫәп тота. Шулай уҡ «Динамо» стадионында футбол матчында көс һынашасаҡтар. Патронат ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Тантана 12 сәғәттә Конгресс-холл алдында асыласаҡ. Бынан һуң мәскәүҙәр дүрт маршрут буйынса юлланасаҡ. Баш ҡала халҡы көндөҙгө өсөнсө яртыла – Якутов паркында, 16 сәғәттә «ҡашҡаҙан» паркындағы байрамдарҙы тамаша ҡыла ала. Ә киске сәғәт 5-тә Өфө аренаһында етем, инвалид, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар Рәсәй эстрада «йондоҙ»ҙары тарафынан әҙерләнгән ҙур концертты ҡарап кинәнәсәк. Кискә уларҙы байрам табыны көтә. Әйткәндәй, акция барышы «ҡурай» каналында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға