«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙ



31.05.2011 Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙ

Башҡортостанда һабантуйҙар башланды
Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙҮткән ял көндәрендә республиканың Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, ҡалтасы, Күгәрсен райондарында һабантуй байрамдары үтте. Йола булараҡ, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас уҙғарылған был байрам – ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы. Унда сәсеүгә йомғаҡ яһала, алдынғылар баһалана, сәмлеләр һәм таһыллылар майҙанға сыға, оҫталар сәхнә яулай, дөйөм алғанда, халыҡ ял итә.
Күгәрсен районында, йылдағыса, һабантуй меңәрләгән халыҡты йыйҙы.
«Райондың бөтә хужалыҡтары ла сәсеүҙе уңышлы тамамланы. Барлығы 40 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәселде, «Тәүәкән», «Чапаев исемендәге колхоз», «Октябрь» колхозы», «Иртөбәк агрофирмаһы» хужалыҡтары айырыуса ойошҡанлы эшләне. Хәҙер беҙҙең алда сәселгән игенде һаҡлау, мал аҙығы әҙерләү бурысы тора», – тип башланы халыҡ алдында сығышын район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин.
Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙҺабантуйға күренекле яҡташтарын да саҡырғайны күгәрсендәр. Улар араһында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, «Газ-сервис» йәмғиәтенең республика комитеты рәйесе Венир Аҙнағолов бар.
Һабантуйҙың бер йәме – байрам парады. Бында спортсылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ауыл хужалығы предприятиелары ла, хатта заманса техника ла ҡатнаша. Һәр һабантуй үҙенә генә хас булған елдәй етеҙ һыбайлылары, көрәшселәре менән дан тота. Тирмәләр, милли аш-һыу, милли ярыштар, уйын-көлкө – халыҡ байрамында барыһы ла була. Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙКүгәрсендәр һауынсылар, механизаторҙар ярышы ла үткәрҙе.
Алдынғыларҙы бүләкләү – үҙе бер мәртәбәле тантана. Быйылғы һөҙөмтәләргә килгәндә, район түбәндәге хужалыҡтары, эшсәндәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, беренсе урын яулаған «Тәүәкән» ДУАП-ы, икенсе урын­ға лайыҡ булған «Ергән МТС»ының «Исем» бүлексәһе, өсөнсө урын алған «Октябрь» йәмғиәте. Әйткәндәй, «Тәүәкән» хужалығы мал ҡышлатыу буйынса ла алдын­ғылыҡта. Баҫыу батырҙары араһында Миңнияз ҡарағужин («Артыш» агрофирмаһы), Динар Йомағужин, Нурмөхәмәт Әбдрәхимов (икеһе лә «Тәүәкән»дән), Айтуған Миңлебаев («Толпар» йәмғиәте), Алмас Күсәрбаев (Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге АХК) бар.
Эшләй ҙә, ял да итә беләбеҙРайон хеҙмәтсәндәренең артабан да республика иҡтисадына тос өлөш индереренә ышаныс ҙур. Башҡортостандың ырыҫлы төбәгендә урынлашҡан Күгәрсендә лайыҡлы үҫешергә етерлек потенциал тупланған. Был халыҡ байрамы иһә ирешелгәндәрҙе барлау өсөн генә түгел, ә киләсәккә күҙаллауҙар өсөн дә үткәрелгән тантаналы сара. Әйткәндәй, хәҙер һабантуйҙар илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә, яҡын сит илдәрҙә, хатта Америкала ла ойошторола.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

(Материал Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге менән берлектә эшләнде).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға