«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Берҙәмлек» төрлө милләттәр мәҙәниәтен берләштерә



24.05.2011 «Берҙәмлек» төрлө милләттәр мәҙәниәтен берләштерә

7 – 12 июндә «Берҙәмлек – Содружество» Х халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Ул «2006 – 2011 йылдарҙа Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарыла.
«Берҙәмлек – Содружество» фестивале Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Быйылғы сара милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналған. Ул Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында уҙғарыла.
Фестивалдә Италия, Төркиә, Әзербайжан, Нигерия, Мада­гаскар, Гватемала, ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Башҡортостан, Ырым­бур өлкәһе ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ.
Быйылғы байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фестиваль программаһы бик йөкмәткеле. Унда ҡатнашыусылар­ҙың райондар буйлап үтәсәк турында концерттар, карнавалдар, халыҡ ижады йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ фестиваль барышында «Рус йыры байрамы», һабантуй, кейеҙ байрамы һәм «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011» фоторәссамдар акцияһы үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға