«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Иң оптимист Рәсәй йырсыһы» еңеүгә өлгәшә алманы



24.05.2011 «Иң оптимист Рәсәй йырсыһы» еңеүгә өлгәшә алманы

«Иң оптимист Рәсәй йырсыһы» еңеүгә өлгәшә алманыИлебеҙ исеменән «Евровидение – 2011» конкурсында сығыш яһаған йырсы Алексей Воробьев 1988 йылдың 19 ғинуарында Тула ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуа. Уның атаһы хәүеф­һеҙлек буйынса етәксе булып эшләй, әсәһе – хужабикә. Алексей аккордеон класы буйынса музыка училищеһын тамамлай, күптән түгел генә уҙған матбуғат конференцияһында сит ил журналистарына аккордеонда рус халыҡ йырҙарын уйнап ишеттерә. Алексей бәләкәй сағынан йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулап килә. 12 йәшенән Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүсе тип табыла. Лицейҙы тамамлағас, ул Даргомыжский исемендәге музыка колледжына уҡырға инә. Ул ваҡытҡа инде егет популярлыҡ яулап өлгөрә, хатта уның фанаттары барлыҡҡа килә. Музыканан тыш, Алексей футбол менән ныҡлап шөғөлләнә – Туланың йәштәр командаһы составына инә, уның командаһы төбәктә чемпион, үҙе иң яҡшы бомбардир исеменә лайыҡ була. Әммә егет музыканы һайлай. Уның уйлауынса, футбол менән сәхнә бер береһенә оҡшаған – шул уҡ эмоциялар һәм шундай уҡ барыһын да еңеү теләге. 16 йәшендә Алексей Туланың «Услада» фольклор ансамбленең солисы, 17 йәшендә Дельфий уйындарында еңеүсе тип табыла һәм «Вокал» номинацияһында алтын миҙал ала. Ошо уҡ йылда йәш йырсы Мәскәүгә килә һәм Рәсәй каналының «Секрет успеха» телеконкурсында финалға барып етеп, өсөнсө урынды ала. Был уның беренсе ҙур еңеүе була. Конкурстан һуң Мәскәүгә күсенеп килә һәм Гнесиндар исемендәге эстрада-джаз училищеһына уҡыр­ға инә. 2006 йылда Universal Music Рәсәй менән контракт теркәй. Ошо уҡ ваҡытта ул кинола төшә башлай – 2006 йылдың көҙөнән МТV каналының йөҙө була һәм «Алисаның хыялдары» сериалында төп ролде башҡара. 2007 йылдың 4 октябрендә Алексей «МТV – 2007» асышы» тигән премияға лайыҡ була. 2007 йылдың декабрендә Нью-Йоркта ул «Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы советының Рәсәйҙә ирекле ил­сеһе» тип һайлана. Бөгөн йәш йыр­сы Берләшкән Милләттәр Ойош­ма­һының Рәсәйҙә СПИД-ҡа ҡаршы барлыҡ программалары өсөн яуаплы. Алексей үҙенең сығыш­та­рын­да бер тапҡыр ҙа фонограмма ҡулланмай, һәр ваҡыт үҙ тауышы менән йырлай.
Тағы ла йырҙарының һүҙҙәрен һәм көйөн, төшкән кинофильмдарына саунд­тректарҙы үҙе яҙа. 2008 йылда «Монте­Кристо» сериалының ти­тул йырын башҡарыу конкурсында еңеп сыға. Төп ролдәрҙең береһен башҡарған «Тамам­ланма­ған дәрес» фильмында ла саундтрек итеп уның «Онот мине» йыры һайлана. Кинола бөтә трюктарҙы Алексей үҙе башҡара. Шуға күрә ул экстремаль машина йөрөтөү, мотоспорт менән шөғөлләнә. Дүртенсе ҡаттан һикереү, утта яныу кеүек ауыр трюктарҙы ла дублер­һыҙ эшләй. 2011 йылдың 5 мартында Алексей Рәсәйҙән «Евро­видение – 2011» конкурсына һайлана. «Get Уou« йырын Алексей өсөн RedOne – Lady Gagа-ның продюсеры яҙған. Конкурста Алексей Alex Sраrrоw тигән псевдоним аҫтында сығыш яһаны. Ғөмүмән, Алексей Воробьевты Европала бик яраталар. Журналистар уны, Рәсәй исеменән сығыш яһаған иң оптимист ҡатнашыусы, тип атап өлгөргән – «Ниһайәт, Рәсәй делегацияһы ла йылмайҙы» тигәндәр. Әммә Алексей «Евровидение»ла сығыш яһап, үкенескә күрә, Рәсәй тамашасыһын ҡыуандыра алманы. 25 ил араһында ул 16-сы урында ғына.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Алексейға ҡарата тамашасының ҡыҙыҡһыныуы көндән-көн арта.

Әлиә НИҒӘМӘЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға