«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҡаҙҙар түгел, ҡыҙҙар оса Донбасҡа



24.05.2011 Ҡаҙҙар түгел, ҡыҙҙар оса Донбасҡа

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәш­лек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә «Ленинсе» сағынан уҡ алдырып баҫманы уҡыусы Хәлил ағайығыҙ хат яҙа. Һеҙҙең гәзиттә баҫылған «Йырҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ» тигән мәҡәләне уҡығандан һуң, күп уйланып йөрөй торғас, «Шахта» йыры тураһында яҙып ебәрергә булдым. Ул йырҙа, гәзиткә яҙғанса, шәрә ҡаҙҙарҙың да, тере ҡаҙҙарҙың да бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. ҡаҙҙар осһа ла, Донбасҡа осмай, йә көҙөн ҡош юлы буйлап көньяҡҡа ҡарай оса, йә яҙын кире тыуған илгә ҡайта.
Был йыр Бөйөк Ватан һуғышынан һуң сыҡҡан булырға тейеш. Сөнки Тыуған илгә таш күмер күп кәрәк булғас, фашистар тарафынан емерелгән шахталарҙы төҙәтергә йәш­тәр­ҙе ебәрә башлағандар.
Шахтаға, башлыса, йәшерәк тол ҡатындарҙы, ҡыҙҙарҙы алғандар. Сөнки егеттәр әрме сафын тулыландырған. Халыҡ йыры булһа ла, йырҙы бит күмәкләшеп халыҡ тыуҙырмай. Йә бер, йә ике кеше күңеленән сығып, таралып, аҙаҡ халыҡ йыры булып китә. Был йырҙың тарихы былай булған: бер егеттең һөйгән ҡыҙын алып китергә булғас, йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмайынса, былай тип йырлап ебәргән:

Китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар,
Китә ҡыҙҙар Донбасҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡыҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.
Сәхрәләрҙе бер ҡыҙҙырҙым,
Бесәндәрем кипһен, тип.


Беҙгә кемдәр теләне
икән,
Былар айырылышһын, тип.
Урамдарҙан урамдарға
Йәштәр йырлап үтәләр.
Беҙ айырылыштыҡ, ҡыйын
булды,
Айырылмаһын бүтәндәр.
Әллә ниңә мин яратам,
«Шахта» көйөн йырларға.
Ағын һыуға ҡарап тороп
Төшәм төрлө уйҙарға.
«Шахта» көйөн яратам да,
«Шахта» көйөн яратам.
«Шахта» көйҙәренә йырлап,
Күңелемде йыуатам.
Был йырҙы Фәдис Ғәниевтан да шәп йырлаған кеше юҡтыр ул.

Хәлил ҒҮМӘРОВ.
ҡырмыҫҡалы районы,
Үрге Төкөн ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға