«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...



10.05.2011 Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...

Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...Тормошобоҙ биҙәге – балалар, беләһегеҙме, ниндәй байрамды көтөп ала? Әлбиттә, «Тамыр» телеканалы һәр яҙ һайын үткәргән сағыу сараны. Әлеге байрам күптән инде барса бәләкәстәрҙе бергә туплаған, көлтә-көлтә шатлыҡ бүләк итеп, нурлы ҡояш йылыһына мансыған йыйынға әйләнде тиергә кәрәк. Быйылғыһы айырыуса... Сөнки ул «Тамыр»ҙың айырым телеканал булараҡ эшләй башлауына арналғайны. Исеме лә ниндәй бит әле... «Йәйғорло «Тамыр»! Тимәк, йыр-бейеүҙәр, мажаралар, ҡыҫҡаһы, балалар донъяһы йәйғор төҫтәрендә балҡыясаҡ! Бәләкәстәрҙе матур киләсәккә әйҙәгән, саф хыялдарға күмгән мөғжизәле донъяға әүереләсәк...
Конгресс-холдың концерт залына ағылған малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы, әйҙүкләп, әкиәт геройҙары ҡаршыланы. Һәр бала ҡулына әләм, шар, боҙкәнфиттәр алып ҡыуанды. Әүрәткес геройҙарҙы ҡайҙан уйлап табалыр «Тамыр»ҙа эшләүсе апай-ағайҙары?! Концерттың әкиәт өлөшөн бәләкәс тамашасылар йотлоғоп тыңланы. Ғәжәпләнеүҙән донъяларын онотҡан кескәй­ҙәрҙе күҙәтеп ултырыуы үҙе бер кинәнес! Сәхнәгә һуҙылған «йәйғор» артынса, әкиәтсе Ләйсән апайҙарын күреүҙән (Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, байрамдың режиссеры Ләйсән Солтанғолова) сабый йөрәге тағы ла талпынып ҡуйғандыр. Ә инде «Бауырһаҡ»тағы Ләйсән Мәжитованы, «Борсаҡ»тан Лилиә Дауытованы, «Шәп арба»лағы Фәрхәт ағайҙарын, «Тау-тау хәбәр»ҙәге Асияны, «Сулпылар»ҙағы Искән­дәрҙе, «Сәңгелдәк»тәге таныш тиҫтер­ҙәрен тамаша ҡылыу балалар өсөн үҙе бер мәртәбә булды.
Яҡты хыялдар илендә Бәхет йылмайһын гел дә...«Сулпылар» телевизион конкурсы еңеүселәре – Архангел районынан Гөлдәр Яппарова, Балтас­тан Әлиә Фәйзрахманова менән Ленар Сафин, Сибай ҡалаһынан Уралиә Кинйә­булатова менән Нәйлә Әхмәтғәлиева, Өфөнән Рөстәм Төхвәтов, Белорет районының Ин­йәр ҡасабаһынан Айгиз Мортазин һәм Туйма­зынан халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты «Сәфәр» бейеү ансамбле дәртле сығыштары менән залдағыларҙы таң ҡал­дыр­ҙы. Игеҙәктәр Айҙар менән Рөстәм Ғөбәй­ҙуллиндар «Игеҙәк­тәр» йыры менән йәйғор төҫөн тағы ла сағыуыраҡ балҡытты. «Тамыр» йондоҙҙары ла күстәнәсһеҙ килмәгәйне. Гәлсәр Бай­ғус­ҡарова роялдә уйнап һоҡландырһа, Шәүрә Әширбаева менән Руслан Ғәлиев йырлап һөйөндөрҙө. Айнур Йәғә­фәров иһә байрамға баянын тотоп килгән. «Зәңгәр экран» аша яҡшы таныш был малай-ҡыҙҙар ҡасан үҫеп буй еткергән, тиерһең. Ошондай һәләтле, илгә­ҙәк балалар тәрбиәләүе менән дә абруйлы шул «Тамыр». Ә телеканалдың йыр ансамбле, һәр ваҡыттағыса, концерттың иң сағыу биҙәгенә әйләнде.
Концерт барышында «ӘЮЯ» ҡаласығынан «Хә­реф­бикә» менән «Өнбай»­ҙың бөтмәҫ бәхәсе лә килешле булды. Геройҙар бәләкәс дуҫтарына туған телдең иң ҡәҙерле ҡиммәт икәнлеген аңлатырға тырышты. Бәхәсләшеп туҡтай алмаған был икәүҙең һүҙен концертты алып барыусыларҙың береһе – Азамат та йөпләне. Тиҫтерҙәрен матур итеп туған телдә һөйләшергә, тел ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Уның, тел булмаһа, өн дә, хәреф тә булмаясаҡ, тип аңлатыуы аҡыллыға ишара булып яңғыраны.
Байрамда рәсми ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Балалар менән бергә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов, ер һәм мөлкәт министры Юлай Ильясов та ихлас ял итте, «Тамыр»ҙарҙы тәбрикләне. Бала күңелен үҫтереүгә ни етә?! Дәүләт эшмәкәрҙәре сәхнәгә сығып, бәләкәс таланттарға сәскә гөлләмәләре тапшырырға ла тартынманы.
Ә бына шәрбәт яратыусы балалар өсөн тәнәфес ваҡыты иң тәмле мәл булғандыр. Телеканалдың күптәнге лайыҡлы дуҫы – «Пышка» компанияһы балаларҙы сәк-сәк, телде йоторлоҡ пирожныйҙар менән һыйлап кинәндерҙе. Әйткәндәй, «Тамыр»ҙың дуҫтары исеменә «Салют» шифаханаһы, «АртСтудия – Проект» институты, «Светлана» флористика студияһы, «Упаковка для праздника» магазины, «Волжанка» заводы кеүек бағыусыларҙы ла өҫтәргә кәрәк.
Сара тамамланғас та берәү ҙә таралышырға ашыҡманы. Был мәлдә шат йылмайған көләс йөҙҙәр тирә-йүнгә сафлыҡ бөркә ине. Мөһабәт бина, ҡырмыҫҡа иләүеме ни, гөр килә! Ә бер иләү булып йәшәүгә ни етә?! «Тамыр» телеканалы ирешергә теләгән морат ошо ине. Маҡсат аҡланды, тимәк.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға