«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Быйыл йәштәр премияһын кемдәр алыр?



30.04.2011 Быйыл йәштәр премияһын кемдәр алыр?

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссия ултырышы үтте. Уның һөҙөмтәһендә конкурс­та артабан ҡатнашыу һәм йәмәғәтселеккә тикшереү өсөн түбәндәге дәғүәселәр тәҡдим ителде:
Искәндәр ҒАФАРОВ (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тәҡдим итте) – башҡорт композиторҙарының ижадын сит илдәрҙә пропагандалағаны һәм фортепиано өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн.
Вячеслав ВИНОГРАДОВ (Рус дәүләт академия драма театры) – Лермонтов драмаһы буйынса «Маскарад» спектаклендә кенәз Звездич ролен башҡарғаны өсөн.
Альберт ИМАМЕТДИНОВ (Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) – Г.-Х. Андерсендың «Дюймовочка» әкиәте һәм З. Бураҡаеваның «Рух иле» пьесаһы буйынса ҡуйған спектаклдәре өсөн.
Әлим ҡӘЙҮМОВ (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) – Неморино (Доницеттиҙың «Любовный напиток» операһы), Басир (З. Исмәғилев һәм Б. Бикбайҙың «ҡоҙаса» музыкаль комедияһы) партияларын башҡарған өсөн.
Артур ҡУНАҡБАЕВ (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) – «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (Н. Асанбаев, Ә. Әбүшаһманов) спектаклендә халҡыбыҙҙың билдәле улы, ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлиди Туған образын тыуҙырғаны өсөн.
Зөлфиә КҮСКИЛДИНА («Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы) – «Тәмле Яңы йыл» балалар өсөн әкиәт һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн.
Ксения БИРЮКОВА, Ильяс ДҮСӘЕВ, Ләйлә МАЗИНА, Павел УРЛАПОВ («Башкирграж­данпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) – Өфө ҡалаһының Октябрь районы Комсомоль­ская урамында күп ҡатлы торлаҡ йорт проекты өсөн.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссия барлыҡ ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе, ижади берләшмәләрҙе, министрлыҡтар һәм ве­домстволарҙы, предприятиелар һәм учреж­де­ниелар­ҙы, редакциялар һәм йәмәғәт берекмәләрен кандидаттарҙы, уларҙың әҫәрҙәрен һәм эштәрен тикшерергә саҡыра.
Тикшереү материалдарын, баһаламалар­ҙы, рецензияларҙы һәм иҫкәрмәләрҙе 2011 йылдың 27 майына тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына ошо адрес буйынса ебәрергә була: 450000, БР, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10. Белешмә өсөн телефондар: 8-(347)-251-14-75. факс: 276-45-87.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға