«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Силәбеләр бәйләнеште нығытыу яҡлы



26.04.2011 Силәбеләр бәйләнеште нығытыу яҡлы

Силәбеләр бәйләнеште нығытыу яҡлыБР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмә­туллина үткән аҙ­нала Силәбе өлкә­һенең «Баш­ҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы делегацияһы менән осрашты.
ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғай­сина етәкләгән делегация составында Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһы вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллин, билбау көрәше буйынса Европа чемпионы Марсель Йосопов та бар ине. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Силәбе башҡорттары араһындағы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләшелде.
− Беҙ республикаға ярҙам итергә теләйбеҙ, быға билдәле кешеләр булыуыбыҙ ҙа булышлыҡ итә, − тине Эльбрус Ниғмәтуллин. − Был юҫыҡта бергәләшеп эш итергә кәрәк. Силәбе өлкәһендә Башҡортостанда булмаған ҡайһы бер мөмкинлектәр ҙә бар.
Эльбрус Хәмит улы «Салауат йыйыны»нда Рәсәй күләмендәге билдәле стронгмендар ярышын үткәреү мөмкинлеген әйтте. Бында донъя чемпиондарын да йәлеп итергә була, тине. Көрәш буйынса ярыштар үткәргәндә лә бәйләнеште нығытырға кәрәк, ти Силәбе өлкәһе билбау көрәше буйынса федерацияһының вице-президенты Мар­сель Йосопов.
Мәғариф өлкәһендә һәм китап менән алмашыу тирәләй ҙә үҫеш көтөлә. Делегация составында Силәбе өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Юлия Лапидус һәм Йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш комитеты рәйесе Илья Аносов та килгәйне.
Ғөмүмән, өлкә етәкселеге Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә битараф түгел. Уларҙың барыһы ла, ике яҡ та бәйләнештәрҙе киңәйтергә тейеш, тигән фекерҙә. Өс көнгә иҫәпләнгән сәфәрҙә силәбеләр республика власы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән дә осрашты. Шул саралар араһында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов менән осрашыу әһәмиәтле булды. Осрашыуҙа һүҙ күрше өлкәлә башҡорт баҫмаларына ҡағылышлы проблемалар, БСТ, «Юлдаш» радио каналын киңәйтеү, башҡорт теленә булышлыҡ итеүсе интернет-баҫмалар, социаль сел­тәр­ҙәрҙе үҫтереү тураһында барҙы.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға