«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт ҡыҙы итальяндарҙы хайран ҡалдырҙы



26.04.2011 Башҡорт ҡыҙы итальяндарҙы хайран ҡалдырҙы

Башҡорт  ҡыҙы итальяндарҙы хайран ҡалдырҙыЗ. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенең IV курс студенткаһы Диләрә Иҙрисова Италияның Лониго ҡалаһында яңыраҡ уҙғарылған «ХХI быуат сәнғәте» халыҡ-ара конкурсында гран-при яуланы.
Мәртәбәле конкурста һигеҙ илдән профессиональ йәш йырсылар ҡатнашҡан. Ике турҙа уҙғарылған бәйгелә Башҡортостан ҡыҙы операларҙан ариялар, башҡорт халыҡ йыры «Таштуғай»ҙы, З. Исмәғилевтың «Мин яратам», «Былбылым» йырҙарын йырлап күрһәтә. Жюри ағзалары Диләрә Иҙрисованың башҡарыу оҫталығын юғары баһалай һәм бер һүҙҙән гран-приҙы уға тапшырырға ҡарар итә.
– Донъя кимәлендә йырсы булараҡ танылыу алыуым өсөн уҡытыусыма рәхмәтлемен. Профессор Миләүшә Мортазина класында белем алыуым менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Уҡытыусымды сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Ситтә Башҡортостандың вокал мәктәбе йылы ҡабул ителә, – ти Диләрә.
Был уның тәүге еңеүе генә түгел. Тырыш, үҙенең тауышы өҫтөндә ныҡышмалы эшләгән маҡсатлы ҡыҙ З. Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара, Болгарияла үткән «Өмөттәр һәм таланттар, оҫталар» халыҡ-ара, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурстарында призлы урындар яулай, былтыр «Ирәндек моңдары» бәйгеһенең гран-прийына ла лайыҡ була. Өлгәшелгәндәр сик түгел. Өмөтлө йырсының тағы ла яулайһы үрҙәре алда әле.

З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға