«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Нәфис һүҙ» оҫталарҙы ярышҡа саҡыра



23.04.2011 «Нәфис һүҙ» оҫталарҙы ярышҡа саҡыра

12 – 13 майҙа Салауат ҡалаһында «Нәфис һүҙ» эстрада-һөйләү жанры буйынса республика конкурсы үтәсәк.
Конкурс ике турҙан тора. Һайлап алыу туры февралдә башланғайны. Финал 12 – 13 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында уҙасаҡ. Конкурста үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, театр актерҙары, айырым башҡарыусылар ҡатнаша ала. Башҡарыусылар ике төркөмгә бүленеп баһаланасаҡ (профессиональ артистар һәм үҙешмәкәр артистар). Үҙешмәкәр башҡарыусылар йәш буйынса ла бүленә (12 – 17, 18 – 35 йәштәгеләр һәм 35 йәштән өлкәндәр).
Конкурс программаһында сәхнә һөйләше буйынса мастер-класс, жанрҙар буйынса «түңәрәк өҫтәл», ҡала буйынса экскурсиялар ойоштороу ҡаралған.
Бөтә һорауҙар буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға