«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Пласт ҡалаһында – байрам



19.04.2011 Пласт ҡалаһында – байрам

Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһында өлкә башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте.
Төбәк халҡы башҡорттар ҡоролтайы район бүлексәһенең башҡарма комитетын һайланы һәм уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Район бүлексәһе рәйесе итеп урта мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Садиҡова тәғәйенләнде.
– Был районда башҡорттар күмәк йәшәй, – ти Зөлфиә Садиҡова. – Беҙҙең өсөн туған телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу үтә мөһим.
Пласт районы хакимиәте башлығы Александр Неклюдов башҡорттар ҡоролтайының яңы бүлексәһенә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.
Конференция барышында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы студенттары әҙерләгән концерт күрһәтелде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡурайҙа уйнаны.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға