«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы



19.04.2011 Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы

Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамыӨфөнөң Якутов исемендәге паркында ойошторолған Науруз байрамы быйыл да сағыу төҫтәре, уйын-көлкө һәм бейеүҙәре менән иҫтә ҡалыр. Күп милләтле Башҡортостан халҡының дуҫлығын, яҙҙы, ҡояшты, көн һәм төндөң тиңләшеүен, мөхәббәтте кәүҙәләндергән матур байрам баш ҡалабыҙҙа йыл һайын билдәләнә.
Быйыл байрам бигерәк тә матур үтте. Быға тиклемгеләрендә көн, иртә яҙға ярашлы, һалҡынсараҡ була торғайны. Ә инде үткән ял көндәрендә Өфөлә сағыу ҡояш көлөп торҙо, шуға ла паркка килеүселәрҙең кәйефе айырыу­са күтәренке булды. Байрам уңайынан паркта «Сәйетбаба» һәм «Темәс» башҡорт, «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәктәре, БР Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы, «Ала-Тоо» ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге, «Аҡ бата» ҡаҙаҡ милли-мәҙәниәт үҙәге, республикабыҙҙың төркмән, тажик, дағстан, әзербайжан диаспоралары һәм «Дуҫлыҡ» үзбәк милли-мәҙәниәт үҙәге тупланды. Уларҙың бөтәһе лә халҡының мәҙәниәтен, көнкүрешен, тарихын күрһәткән экспонаттар туплаған милли тирмәләр, йорттар ҡорҙо. Тамашаны күрергә килгән халыҡты сәк-сәк, ҡымыҙ, башҡа төрлө аш-һыу, гармун, ҡурай моңдары, йырҙар менән ҡаршы алдылар.
Науруз байрамын тәбрикләргә рәсми делегация ла килгәйне. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмә­туллина етәкләгән делегацияла республиканың башҡа етәкселәре, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа булды.
– Мөхәббәт милләткә ҡарамай, уның сиктәре юҡ. Яҙ бөтәбеҙ өсөн дә килде, ул бөтәһен дә шатландыра. Ә бөгөнгө көн – яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина, байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп.
Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамыӘлбиттә, төрлө милләт вәкилдәре йыйылған байрамда һәр бер халыҡ үҙенең мәҙәниәтен, тарихын, аш-һыу байлығын күрһәтеп ҡалырға ла, башҡалар менән аралашып өлгөрөргә лә тырыша. Шуға ла һәр милли-мәҙәни үҙәк янында туҡтауһыҙ йыр-моң, дәртле бейеүҙәр гөрләп торҙо, милли костюмдағы егет һәм ҡыҙҙар, ололар ҙур йыйын ойошторҙо. Теләгән һәр кем бушлай таратылған эҫе сәй, былау менән һыйланды. Байрамды күрергә килгән халыҡҡа һәр бер милли-мәҙәни үҙәк вә­килдәре концерт номер­ҙары ла әҙерләгәйне. Сәхнәнән төрлө телдәге йырҙар яңғыраны, әле һалмаҡ ҡына, берсә дәртле бейеүҙәр күңелде күтәрҙе. Олораҡ кешеләр, сабыйҙары менән килгән ҡатын-ҡыҙҙар концертты рәхәтләнеп ҡарау өсөн: «Их, эскәмйәләр ҙә ҡуйыл­һа ине...» – тип зарланып алһа ла, сығыштар аяҡ үрә баҫып ҡарарлыҡ бик шәп булды!
Науруз байрамы мәжүсилек заманынан бирле билдәләнеп, уның дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаһа ла, уны күпселек осраҡта мосолмандар йәшәгән Урта Азия, Иран илдәрендә киң билдәләй­ҙәр. Тажик, үзбәктәр өсөн Науруз – иң ҙур бай­рамдар­ҙың береһе. Ул яҙын билдәләнгәнгә күрә, киләһе йылға уңыш һалыуҙы күҙ уңында тота. Һәм, әлбиттә, көн менән төндөң тиңләшеүен һынландыра. Был көндө кешеләр йомарт булырға, өҫтәлдәрен тултырып һый-ниғмәт әҙерләргә, уйын-көлкөлө бай­рамдарҙа ҡатнашырға, яҡын­дары менән аралашырға те­йеш. Байрам йолаһын яҡшы белгән халыҡтар тап шулай итте лә.

Лилиә СИРАЕВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға