«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Шағирә Лилиә Ҡәйепова – шиғриәт кисәһендә



09.04.2011 Шағирә Лилиә Ҡәйепова – шиғриәт кисәһендә

Төркиә Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Токат өлкәһенең Решадия район үҙәгендә үткән Халыҡ-ара шиғыр кисәһендә башҡорт шағирәһе Лилиә ҡәйепова, шулай уҡ ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Татарстандан һәм Төркиә ҡалаларынан шағирҙар ҡатнашты.
Был сара Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) ярҙамында ойошторолдо, уның исеменән осрашыуҙа ҡатнашыу­сыларҙы Башҡор­тостан Республи­каһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов сәләмләне. Шиғыр кисәһенә Решадия районы мэры Рафет Эрдем да килде.
Кисәлә ҡатнашыусылар өсөн киң мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Уның сиктәрендә Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемал Ататөрктөң һәйкәленә веноктар һалыу, Ватанын һаҡлап һәләк булған һалдаттар мемориалына, иҫтәлекле урындарға сәфәр ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға