«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Стәрлеләрҙе күреп ҡалығыҙ!



05.04.2011 Стәрлеләрҙе күреп ҡалығыҙ!

Стәрлеләрҙе күреп ҡалығыҙ!Өфөлә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры гастролдәре үтә. Баш ҡала тамашасыһына ике сәхнәлә – Нефтселәр мәҙәниәт һарайында һәм Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында – сағыу-сағыу спектаклдәр тәҡдим итә. Стәрле артистары гастролдәрен 30 мартта «Үҙем яҙған яҙмыш» романтик драмаһы (авторы Мәрйәм Бураҡаева) менән асты. Әйткәндәй, был сәфәр театрҙың 20 йыллыҡ юбилейына ла арнала.

«Ике тиҫтә йыл эсендә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры эҙләнеүҙәр юлында үҙенең бик матур йөҙөн тапҡан. Бик абруйлы, тамашасыларҙың һөйөүен һәм ихтирамын яулаған милли театрға әүерелде. Заманса талаптарға тап килгән театрҙар араһында ла бик лайыҡлы урынды биләп тора», – тине гастролдәрҙе асыу тантанаһына һәм спектакль ҡарарға килгән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.
Стәрлетамаҡ актерҙары Өфөгә бай программа менән килгән. Спектаклдәр араһында премьералар ҙа етерлек, төрлө фестиваль-конкурстарҙа лайыҡлы баһа алғандары ла бар. Мәрйәм Бураҡаеваның «Үҙем яҙған яҙмыш» романтик драмаһы, мәҫәлән, Төркиәнең Конья ҡалаһында уҙған төрки телле халыҡтарҙың Өсөнсө халыҡ-ара театр фестивалендә дипломант булған. Тамашасыларҙы башҡорт халҡының боронғо йәшәйешенә, йолаларына алып ҡайта был драма. Унда, әлбиттә, төп геройҙар йәштәр, уларҙың мөхәббәте, бергә булыу өсөн ынтылыштары, аҙымдары сағылдырыла. Шығырым тулы залдағылар барыһы ла Көмөшкәй менән Янһары өсөн янып-көйһә, тау башҡорттарына ҡарап «аһ» иткәндер. Уларҙың үҙенсәлекле бай кейеме генә лә алҡыштарға күмелерлек булды, минеңсә.
«Яҙмыш – йәнһеҙ ҡатып ҡалған таш түгел ул, ә тал сыбығы кеүек, ҡайһы яҡҡа теләйһең, шунда борорға мөмкин», – ти йәш ҡыҙға ноҡот һалыусы Тәңкәле инәй. Спектаклдәге ваҡиғалар бик боронғо заманда барһа ла, алдыңа килеп баҫҡан сетерекле хәлдәрҙән сыға белеү, бәхет өсөн көрәшә белеү, көтөлмәгән ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмау бөгөн дә кәрәк сифаттар бит әле. Бына шундай уйҙарға һала. Уны режиссерҙың ҙур уңышы, тиергә мөмкин. Әҫәрҙе театрҙың баш режиссеры Азат Йыһаншин сәхнәгә ҡуйған.
Флорид Бүләковтың «Мәскәү – Васютки» спектакле былтыр башҡорт драматургияһының республика фестивалендә еңеү яулаған. Гастроль программаһында «Ғәлиәбаныу», «Күңелле йәшәйбеҙ», «Аһ, гонаһлы хыялдарым минең...», «Йәшә һәм иҫлә», «ҡыҙ урлау» спектаклдәре бар.
4 апрелгәсә дауам итәсәк тамашаларҙы күреп ҡалырға ашығығыҙ!
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға