«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Алтын көршәк» табылды



22.03.2011 «Алтын көршәк» табылды

«Алтын көршәк» табылдыОшо көндәрҙә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 30-сы моделле балалар китапханаһында «Милләттәрҙең татыу ғаиләһе» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль карнавал үтте.
Ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды һәм Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығын асты. Байрамда башҡорт, татар, рус, украин, сыуаш, мари халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше сағылдырылды. Карнавалға килгән ҡунаҡтар республикала йәшәүсе төрлө милләт халҡының бейеүҙәре һәм йырҙары, милли кейемдәр, милли аш-һыу, һәр халыҡтың традициялары, йолалары менән яҡындан таныша алды.
Ә сара аҙағында, легендалағыса, йәйғор аҫтында алтын тултырылған көршәк табылды. Алтын тигәнебеҙ китап күргәҙмәһе ине. Унда Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар тураһында китаптар һәм бүтән ҡыҙыҡлы әҙәбиәт тәҡдим ителде.

С. УСМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға