«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Ҡыҙыл паша – Кәрим Хәкимов»



19.03.2011 «Ҡыҙыл паша – Кәрим Хәкимов»

Халыҡтың кешелек донъяһында тотҡан булмышын ошо милләттең шәхестәре яҙа. Беҙҙең халыҡта бөйөк шәхестәр бик күп, әммә күптәре ваҡытында танылыу тапмай яҡты донъя менән хушлашҡан. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Көнсығыш илдәрендәге тәүге совет илсеһе Кәрим Хәкимов – шундай­ҙарҙың береһе.
Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы 25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «ҡыҙыл Паша – Кәрим Хәкимов» тип аталған ижад кисәһе үтәсәк. Программала бөйөк дипломатҡа арналған фильмдан өҙөктәр, Н. Асанбаевтың «ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдән күренештәр, К. Хәкимовтың үҙенең яҙмаларынан һәм хаттарынан инсценировкалар, тарихи факттар һәм тантаналы концерт көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға