«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт министры үҙ блогын булдырҙы



19.03.2011 Мәҙәниәт министры үҙ блогын булдырҙы

«Минең блогым мәҙәниәткә арнала», – тигән һүҙҙәр менән баш­лаған Башҡортостан Рес­публикаһының мәҙәниәт ми­нис­тры Асҡар Абдразаҡов тәү­ге яҙмаһын («Тере журнал» («Жи­вой журнал») биттәрендәге адресы: http://aabdrazakov.livejournal.com/).
«Блогта ошо тармаҡҡа бәйле көн үҙәгендә торған проблемалар хаҡында һөйләшкем килә. Әле интернет мәҙәниәткә арналған төрлө мәғлүмәт менән тулған, фекерҙәр, ҡа­раштар төрлөсә. Мәҫәлән, бе­рәүҙәр «массалы мәҙәниәт»те, йәғни уның коммерция өлөшөн үҫтереү яҡлы. Бындай мәҙәниәткә, ғәҙәттә, элитар мәҙәниәт ҡаршы ҡуйыла. Был юҫыҡта төрлө субкультуралар, бард, йәштәр хәрәкәттәренең ҡатнашыуын да әйтергә кәрәк. Академик Дмитрий Лихачев билдәләүенсә, мәҙәниәт – дәүләт шөғөлләнергә тейешле мө­һим нәмә», – тип яҙа министр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға