«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Туйсиндар йыр туйына йыйҙы



15.03.2011 Туйсиндар йыр туйына йыйҙы

Туйсиндар йыр туйына йыйҙыБашҡорт сәнғәтенең тарихында һәм бөгөнгөһөндә баймаҡтар алтын фондты тәшкил итә. Был бәхәсһеҙ. Халҡыбыҙҙың мәшһүр йыр-бейеү өлгөләренең күпселегенең тап беҙҙең ерлектә тыуыуы һәм республика, ил күләмендә танылыу алған арҙаҡлы сәнғәт оҫталарының Баймаҡтан булыуы үҙе бер феномен һәм был ҙур ғорурлыҡ уята. Ана шундай йыр-моң әһелдәре араһында Сыңғыҙ ауылынан бер туған Туйсиндар лайыҡлы урын биләп тора.

Миңзифа Ғилман ҡыҙы менән Париж Хәлфетдин улы Туйсиндарҙың йырлы-моңло ғаиләһендә тыуған ун бер баланың барыһы ла бала саҡтан халҡыбыҙ сәнғәтенә ғашиҡ булып үҫә. Бәләкәйҙән һалынған орлоҡ емешле булып сыға – бөгөн Туйсиндарҙы төбәктә генә түгел, ә бар республикала ла яҡшы беләләр, юғары баһалайҙар. Шулар араһынан Рәмил үҙен оҫта педагог, талантлы йырсы һәм ҡурайсы, үҙенсәлекле композитор һәм режиссер итеп танытты, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләүсе Флүрә Париж ҡыҙы иһә райондың мәҙәниәт тормошонда үҙенең үҙенсәлекле эш алымдары менән билдәле. Ул да республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылды. Радмир инде, республика йыр бәйгеләре лауреаты булараҡ, Башҡортостан тамашасыһына яҡшы таныш. Кеселәре Айнур ҙа ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып тора.
Туйсиндарҙың ғаилә концертын ҙур сәхнәгә сығарыу уйы бынан бер нисә йыл элек барлыҡҡа килә. Дуҫтарының тәҡдимен күҙ уңында тотоп һәм халыҡтың һорауын иҫәпкә алып, Рәмил Сибай филармонияһында Туйсиндарҙың концертын ойоштора. Был проект ҙур уңыш ҡаҙана һәм тамашасы һөйөүен яулай. Шуның нигеҙендә ғаиләнең “Туй” исемле студияһы ойошторола һәм Туйсиндар республика ҡалалары һәм райондары буйлап тәүге гастролгә әҙерләнә башлай. Улар был эште үҙ көстәре менән атҡарып сыға. Ғаилә концерттары һәр ерҙә иң көтөп алынған тамашаға әүерелә. Баймаҡтар үткән йылдарҙа район халыҡ ижады үҙәгендә уҙған йыр-моң кисәһендә Туйсиндарҙың үҙҙәренә ҡабатланмаҫ байрам бүләк итеүен хәтерләйҙер.
Ошо көндәрҙә ғаилә Баймаҡ халҡына өр-яңы проектын тәҡдим итте. “Туйсиндарҙың йыр туйы” тип аталған тамаша, ысынлап та, моң туйына әүерелде, һәр ваҡыттағыса, шығырым тулы зал халыҡты йыйҙы. Рәмил, Флүрә, Радмир һәм Айнур Туйсиндар был юлы үҙҙәренең ижадташ дуҫтары – республика бейеү конкурстары лауреаты Илфат Мусин, виртуоз баянсы Дим Шәрәфиев, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәсимә Ғиззәтуллина, тауыш режиссеры Ғайсар Моратов менән бергә сығыш яһаны. Өс сәғәт барған концерт даланлы ғаиләнең сәнғәт күгендәге ҡаҙанышына йәнә бер бит өҫтәне, башҡорт йырының илаһилығына дан йырланы, быуаттар төпкөлөнән аманат булып тапшырыла килгән аһәңле моңобоҙҙо бар камиллығында тамашасы күңеленә еткерә алырҙай ысын халыҡ йырсыларының барлығын йәнә бер ҡат иҫбатланы. Бындай концерттарҙы күп тапҡыр тамаша ҡылған кеше булараҡ, шуны әйтергә кәрәк: Туйсиндарҙың һәр проекты – үҙе бер асыш, үҙе бер яңы моң даръяһы. Улар башҡарған һәр йыр сылтырап һәм урғылып аҡҡан саф шишмәгә тиң. Әйткәндәй, 1997 йылда “Ирәндек моңдары” фестивалендә жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан атаҡлы йырсы Абдулла Солтанов Рәмил Туйсин башҡарыуындағы йырҙарҙы тыңлағандан һуң, бик тә талантлы һәм өмөтлө йырсы, уның киләсәге ҙур, тип юғары баһа биргәйне.
Концерттың программаһы үҙенсәлекле, репертуары бай булыуы менән айырылып торҙо. Башҡорт халҡының классик йырҙарынан алып танылған композиторҙар ижад иткән, тамашасының һөйөүен яулаған, төрлө тематикалы көй-моңдар яңғыраны. Шулар араһынан Мирсәйет Әмирҙең “Тормош йыры” спектакленән “Басир йыры” кисәнең кульминацион мәле булғандыр. Уны Рәмил, Радмир, Айнур музыкаль оҙатыуһыҙ һәм өс тауышта тетрәндергес итеп башҡарҙы. “Пограничниктар” йырын халыҡ аяҡ үрә баҫып алҡышланы. Рәмил яңыраҡ ҡына ижад иткән “Бер туғандар беҙ” исемле йыр ғаиләнең гимнына әүерелгән тиһәк тә, хата булмаҫ. Ғөмүмән, тамаша режиссура йәһәтенән төплө уйланылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте, йырсыларҙың юғары профессиональ оҫталығын тағы күрһәтте.
Туйсиндарҙың яңы проектын тамашасы был юлы ла бик йылы ҡабул итте. Һәр хәлдә, халыҡ бындай тамашаға һыуһаған һәм ул теләгәненә иреште. Әйткәндәй, “Туй” студияһы был программа менән әле республика ҡалалары һәм райондары тамашасыларын ҡыуандырыуын дауам итә. Данлыҡлы Туйсиндар нәҫеленең яңы проекттарын киләсәктә лә күрергә яҙһын. Шулай булыр ҙа!

Азамат МӨХӘМӘТШИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға