«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Халҡы уны һөйөп ҙурланы



01.03.2011 Халҡы уны һөйөп ҙурланы

ҡырҡ йылдан ашыу Башҡортостан радиоһы дикторы булып эшләгән Лира Фәйзуллина бөйөк Левитандан оҫталыҡ дәрестәре алған
Халҡы уны һөйөп ҙурланыРадио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ сыҡһа, минең күҙ алдына һәр саҡ бөйөк Левитан, ул әйткән һәр һүҙҙең ғәйрәтле көсө иҫкә килеп төшә. Гитлерҙың: «Мәскәүҙе баҫып алғас та, иң тәүҙә Левитандың телен ҡырҡып аласаҡмын», – тип ҡәһәрләнеүен беләбеҙ. Был кешене дошмандарҙың күрә алмауы аңлашыла: Левитан үҙенең көслө, көр, аһәңле тауышы менән илебеҙ халҡы күңелендә яуыз дошманды еңеүгә ышаныс уята алған, ә фашистарҙың ҡотон алып, йөрәктәренә ҡурҡыу һалған. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә була ала икән диктор һүҙе!
ҡырҡ йылдан ашыу Башҡортостан радиоһы дикторы булып эшләгән, данлы хеҙмәт юлы үткән халыҡ артисткаһы Лира Фәйзуллина-Мәхмүтова хаҡында уйланғанда һәр саҡ Юрий Борисович Левитандың бына ошо легендар образы күҙ алдына килеп баҫа. Баҡһаң, Лира апай уның шәкерте булған икән дәһә. Һайлаған һөнәренә үтә яуаплы ҡараусы, уның бөтә нескәлектәренә төшөнөргә ынтылыусы диктор апайыбыҙ үҙенең һөнәри квалификацияһын күтәреү буйынса заманында бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә үткәрелгән дикторлыҡ оҫталығына өйрәтеүсе курста ҡатнаша. Шул саҡтарҙа, Койгородовалар менән бергә, Левитан да уларға дәрестәр бирә, профессиональ оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Дикторҙарҙың дикторынан дәрестәр алыу – бик һирәктәргә тейер бәхет. Лира апай яратҡан остазының өйрәткәндәрен бөгөн дә иҫендә ҡәҙерләп һаҡлай.
«Әйтер һүҙҙең көсө һүҙ эйәһенең холоҡ-фиғеленә, шәхси һыҙаттарына бәйле», – тип өйрәтә Левитан һәм йәш дикторға фиҙакәрлек, эшенә яуаплы ҡарау, күңел халәте, тотанаҡлылыҡ, йыйнаҡлыҡ кәрәклеген төшөндөрә. Һығылмалы, аһәңле тауыш, дикция, интонация, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү кеүек артистик һәләт менән бер рәттән, характер ныҡлығы, кинәт, көтөлмәгән хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, сослоҡ, ауыр ситуациянан сыға белеү, һәр ваҡыт тауышты формала тотоу, тауыш өҫтөндә эшләү мөһимлеге, хистәрҙең камиллығы, күңел матурлығы, үҙ халҡыңдың патриоты булыу – диктор бына ошондай матур сифаттарҙың барыһына эйә булырға тейеш, ти остазы. Лира Фәйзуллина, уҡытыу­сыһы өйрәткәндәрҙең барыһын да күңеленә һеңдереп, урыны-еренә еткереп башҡарырға тырышты, уның эш алымдарын өйрәнеп, үҙ практикаһында уңышлы файҙаланды. Левитанды, шәкерте һәм коллегаһы булараҡ, 60 йәшлек юбилейы менән дә ҡотлау бәхетенә өлгәшә.
Дикторлыҡ – фиҙакәрлек талап иткән хеҙмәт. Бында артист булыу ғына етмәй, сәйәсәтте яҡшы белеү, мәғлүмәтле булыу, тыуған илеңдең ысын патриоты булыу кәрәк. Хөкүмәтебеҙ сәйәсәтен, ил етәкселәренең әйтер һүҙен халыҡҡа дөрөҫ, аңлайышлы итеп алып барып еткереү өсөн дикторҙан ҙур оҫталыҡ талап ителә. Уның дикцияһы асыҡ, интонацияһы эмоциональ, һәр әйткән һүҙе ышандырырлыҡ булыуы мөһим. Һәр эшкә профессиональ әҙерлек талап ителгән, һәр эштең дә үҙ нескәлектәре булған кеүек, дикторлыҡ һөнәренә лә махсус әҙерлек кәрәк, уның да бихисап үҙ сере бар. Шуға ҡарамаҫтан, был һөнәргә өйрәтеүсе бер ниндәй махсус уҡыу йорто ла юҡ. Маҡтаулы хеҙмәт юлын үткән, үҙ көсө, тырышлығы менән ауыр һәм ҡатмарлы һөнәрҙе үҙләштергән, тәүге башҡорт дикторҙарының береһе, Левитандың шәкерте, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Лира апайҙы тәү башлап (ул саҡта башланғыс сныфтарҙа уҡый инем) ауылым сәхнәһендә күрҙем. Аһ, ниндәй сибәр ине ул: һомғол буй-һын, мәрмәрҙәй ап-аҡ йөҙ, ҡыйылып киткән ҡап-ҡара ҡаштар, муйылдай сөм ҡара күҙҙәр, биленә төшөп торған ҡалын толом. «ҡара йөҙҙәр»ҙән Ғәлимә ролен башҡарып, үҙенең уйнауы, хисле йыры менән арбап, клубҡа йыйылған бар халыҡты илат­ҡаны иҫемдә. Мин дә илағайным. Был спектакль Сәйетбаба ауылы халҡы хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған ваҡиға булды. Ауылда был хаҡта оҙаҡ һөйләнеләр. Аҙаҡ сәхнәләрҙә «ҡара йөҙҙәр»ҙе күпме ҡарар­ға тура килде, Ғәлимә ролен Лира Фәйзуллина һымаҡ күңелдәрҙе тетрәтерлек итеп башҡара алыусы башҡа артистканы осратманым. Шул саҡтарҙан алып Лира Фәйзул­линаның исемен гел хыялымда йөрөттөм. Гел артистар араһынан уның исемен эҙләнем. Анауындай талант һәм сибәрлек менән актриса булырға тейеш ине бит ул! ҡайҙа икән ул? Ни эшләп сәхнәлә күренмәй? Ошондай уйҙар килә ине күңелгә. Байтаҡ йылдар үткәс, радионан:
– Өфө һөйләй. Хәйерле иртә, иптәштәр! – тигән таныш тауышты ишетеп, хайран ҡалдым. Лира апай­ҙың тауышы! Артистка түгелме икән ни, тигән уй үтте баштан. Башҡортостан радиоһында диктор булып эшләй икән дәһә. Миңә, уны сәхнә «йондоҙ»о итеп күрергә хыяллан­ған кешегә, ҡапыл ҡыйын булып китте. Йылдар үткәс кенә теге саҡта тәрән яңлышыуымды аңланым: баҡһаң, дикторлыҡ хеҙмәтендә лә шәп артист булыу талап ителә икән.
Йылдар үтте... Көн һайын таң менән күңелгә яҡын яғымлы тауыштың беҙҙе сәләмләүенә лә күнектек. Тик барыбер беҙ был хеҙмәттең ниндәй фиҙакәрлек талап иткәнен төшөнөп етмәгәнбеҙ.
Бер саҡ Нәғимә инәйемдең:
– Әллә беҙҙең Лира радио тап­шыр­ған ерҙән бер ҙә ҡайтмай инде? ҡышҡы буран тимәй, һыуыҡ тимәй, таң менән сәғәт етенән һөйләй башлай. Бала-сағаһы, ире лә юҡмы икән әллә? – тип аптырағаны иҫтә ҡалған.
Өфөлә Лира апайҙың ижад кисәһе була, «Аҡ тирмә» үткәрә, тигәнде ишеткәс, филармонияға ашыҡтым. Зал шығырым тулы, баҫып торорлоҡ та урын юҡ. Өс сәғәт буйы барған тамаша ике минуттай тойолдо. Һөнәре менән оло абруй, радио тыңлаусыларҙың һөйөүен яулауға өлгәшкән Лира Фәйзуллинаны сығыш яһаусылар оло хөрмәт йөҙөнән сәскәләргә күмде. Был бөтөн күңелен, энергияһын һалып башҡар­ған хеҙмәтенә, ҡырҡ йыл буйы бер урында эшләүенә юғары баһа биреү булды. Эшенә яуаплы ҡарауы, уны яратыуы, фиҙакәрлеге менән диктор һөнәрен ижад дәрәжәһенә күтәрә алыуын, уның ысын халыҡ артисткаһы булыуын һәр кем таныны. Ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтелмәне Лира апайҙың адресына.
Теге саҡта Нәғимә инәйемдән ишеткән һүҙ ҙә гел хәтерҙә йәшәй ине: үҙен башкөллө яратҡан һөнәренә бағышлаған, эшенә мөкиббән бирелгән диктор ғаилә ҡора алдымы икән? Уңған кеше һәр ерҙә лә уңған булып ҡалалыр: Рауил ағай менән йәшләй генә ҡауышып, бынамын тигән татыу, бәхетле ғаилә ҡороуға өлгәшә Лира апайыбыҙ. Тормош иптәше лә бик эш һөйөүсән, уҡыуға тырыш, булдыҡлы кеше. Улар икеһе лә данлы хеҙмәт юлы үтә, татыу, бәхетле ғаилә ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Барлыҡ дуҫ-иштәрен һоҡландырып, яҡындарын ҡыуандырып, инде илле йылдан ашыу бәхетле ғүмер итәләр. Рауил Яҡуп улы Мәх­мүтов – Башҡорт дәүләт аграр университетының Тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты, техник фәндәр кандидаты. Ауыл хужалығының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.
Ата-әсәһенә итәғәтле, уҡыуға тырыш балалары ла юғары белем алыуға өлгәшә. Улы Роберт, килене Зөлфиә лә, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, алған һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй. Ейәндәре Булат та, үҙенең ата-әсәһе һымаҡ, нефть техник университетын тамамлап, эшкә урынлашҡан. Регина Санкт-Петербург дәүләт университетында уҡый.
ҡыҙҙары Ләйсән Өфө ҡалаһындағы сәнғәт академияһын тамамланы, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған Урал исемле егет менән ғаилә ҡороп, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәй.
Лира Фәйзуллина ғүмере буйы Өфөлә йәшәһә лә, сығышы менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылына ҡайтып, аралашып, бәйләнеш тотоп йөрөгән артистка тарихи-мәҙәни үҙәктең байрамдарын, төрлө тантаналарын ойоштороуҙа ярҙам итә. Кешегә итәғәтле, ярҙамсыл, ихлас күңелле Лира апай һәр саҡ ауылдаштарының иғтибар үҙәгендә булды. Уның портреты, ауылыбыҙ йәме булып, мәҙәниәт һарайының иң түрендә эленеп тора.
Сәйетбаба халҡы, уҡытҡан уҡы­тыу­сылары, туғандары хеҙмәте менән илдә ҙур абруй яулаған үҙенең һөйөклө ҡыҙын сикһеҙ ярата. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны шағир Уйылдан Шәрипов бер осрашыу ваҡытында:
– Тарихи-мәҙәни үҙәк булараҡ, Сәйетбаба ауылының абруйын күтәреүсе, йөҙөн билдәләүсе шәхестәребеҙҙең береһе ул Лира Фәйзуллина! – тине. Был фекергә барлыҡ ауылдаштар ҡушылды.
– Беҙҙең Лирабыҙ! – Сәйет­бабалар ябай ғына итеп уны шулай тип йөрөтә. Сөнки ул беҙгә һәр саҡ үҙ кеше!
Халыҡ артисткаһының ижади эшмәкәрлегенә баһа биргәндә, иң беренсе, уның башҡорт телен үҫтереүгә, йәшәтеүгә индергән өлөшөнән сығып фекер йөрөтөү кәрәктер.
Тәүге башҡорт дикторҙарының береһе...
Был ябай һүҙҙәр артында алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт, туған тел һағында тороусы тынғыһыҙ шәхес, халҡына, иленә, теленә мөҡәддәс тоғролоҡ һаҡлаған тел белгесе тора. Был йәһәттән бөйөк тел белгесе, мәшһүр ғалим Жәлил Кейекбаевтың әйткән һүҙҙәрен хәтерләп үтеү урынлы булыр:
– Башҡортса бик дөрөҫ һөйләйһең һин, яҡташ. Һүҙ-телмәр оҫтаһы тип әйтергә була. Әтеү унда, радиола, йәнде көйҙөрөп, гел акцент менән һөйләй торғайнылар. Беҙҙең яҡтың һөйләше матур – һәлмәк! Әйҙә, тырыш! Һорауҙар килеп тыуһа, өндәш, ярҙам итермен.
Бына шундай хеҙмәт юлы үткән бик ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта юғары интеллектлы, бай күңелле, баҫалҡы ла радио дикторы. Халыҡ уны үҙе ҙурланы, үҙе юғары күтәрҙе. Ә халыҡ һөйөүен яулауы еңел түгел...
Лира ЯҡШЫБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға