«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Өфө ветерандары фильмға төшә



22.02.2011 Өфө ветерандары фильмға төшә

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә баш ҡалала «Һуғыш тураһында һинең фильмың» тигән бөтә Рәсәй проекты башлана.
«Беҙҙең ҡала» йәштәр төркөмө һәм «Бергә» хәрәкәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән видеоинтервью үткәрә. Ветерандар 40 һорауға яуап бирәсәк. Йәштәр «Бер аҙым да сигенмәҫкә!» бойороғо, Америка ярҙамы, фронт мөхәббәте, хыянатсы власовсылар хаҡында ла һорарға ниәтләй.
Өфөлә бөгөн 700 самаһы һуғыш ветераны йәшәй. Фильм 9 майға төшөрөлөп бөтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға