«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Грэмми» – Илдар Абдразаҡовта



15.02.2011 «Грэмми» – Илдар Абдразаҡовта

«Грэмми» – Илдар АбдразаҡовтаАбруйлы музыка премияһын алыусылар исемлегенә яҡташыбыҙ – билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов та инде.
Йырсының «Реквием» альбомы «Иң яҡшы классик альбом» исемен алған һәм шулай уҡ «Иң һәйбәт хор башҡарыуы» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Был хаҡта инде донъяның иң билдәле рәсми сайттары хәбәр итә.
«Реквием» альбомын булдырыу, юғары кимәлгә күтәреү өҫтөндә Илдар Абдразаҡов ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре менән эшләгән. Награданы яҡташыбыҙға Лос-Анджелеста тапшырғандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға