«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр



20.06.2019 «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең XXI быуаттағы XXI республика бәйгеһе быйыл Юрматы ерендә – Ишембайҙа үткәрелде. Унда 28 район һәм 8 ҡаланан бөтәһе 200-ҙән ашыу уҡыусы, йәғни 49 йәш сәсән һәм 30 команда ҡатнашты. Иң бәләкәс бәйгесегә – 9 йәш.

Сараны ойоштороусы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернаты педагогтары идеяларға бай икән. Конкурсҡа килеүсе балаларға, уларҙың етәкселәренә, жюри ағзаларына онотолмаҫлыҡ, үҙенсәлекле рух байрамы бүләк иттеләр. Ленин проспекты буйлап Ҡала мәҙәниәт һарайына тиклем сәсәндәр парадында барыу, Әхмәтзәки Вәлидиҙең Йорт-музейына сәйәхәт, II турҙың Торатау буйында үтеүе, тауға күтәрелеү, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең «Урал легендалары» мюзиклын ҡарау барыһына ла оҡшаны.

Баһалама комиссияһы рәйесе – филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Сөләймәнова әйтеүенсә, конкурстың сифаты йылдан-йыл яҡшыра. Ҡатнашыусылар ныҡлы әҙерлек менән килә, география ла киңәйә, йәш сәсәндәрҙең оҫталығы арта, «Урал батыр» эпосын тулыһынса ятлаусылар күбәйә. Балаларҙы ошо бай сараға әҙерләүсе етәкселәргә афарин, тибеҙ!

Бәйгелә ҡатнашыусылар «Сағыу әкиәт образын тыуҙырған өсөн», «Мифик образды оҫта сағылдырған өсөн», «Актёрлыҡ оҫталығы», «Милли идеяны сағылдырған өсөн», «Эпик традицияларға тоғро ҡалыу» кеүек номинацияларҙа бүләкләнде. Бынан тыш махсус бүләктәр ҙә тапшырылды. Эпостарҙы сәхнәләштереү буйынса еңеүсе Ишембайҙағы А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы командаһы булды. Ә «Урал батыр»ҙы яттан һөйләүселәр араһында быйылғы Гран-при хужаһы – Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт гимназияһынан X синыф уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова.

Үҫер илдең балаһы бер-береһенә «батыр», ти, үҫмәҫ илдең балаһы бер-береһенә «бахыр» ти. Йәштәр араһында халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы «Урал батыр»ҙы өйрәнеүселәр күбәйгәндә, милләтебеҙ киләсәгенә ҡурҡыныс янамаҫ, Алла бирһә. Урал батыр вариҫтары – халҡыбыҙ киләсәге.





Автор: Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға