«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Милли ихаталар күргәҙмәһе



08.02.2011 Милли ихаталар күргәҙмәһе

10 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында 10 милли ихата күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Унда республика халыҡтарының торлаҡтары, йорт йыһаздары, кейем-һалымы, сувенирҙары һәм милли аш-һыу күрһәтеләсәк.
Конгресс-холда башҡорт тирмәһе лә урын аласаҡ, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәр­ҙәре милли кейемдәрҙәге гипстан яһалған фигуралар әҙерләгән. Биҙәлгән өҫтәлдә традицион башҡорт ашамлыҡтары – бауыр­һаҡ, бал һәм ҡымыҙ буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға