«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Дәрткә һуғарылды күңелдәр



19.12.2018 Дәрткә һуғарылды күңелдәр

“Йәшлек” гәзитенең махсус призына лайыҡ булған Зөбәржәт ЮНЫСБАЕВА Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуып үҫкән. Әсәһенең моңло бишек йырҙарын тыңлап үҫкән бала ете йәшендә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыға. Ауылдың фольклор ансамблендә шөғөлләнә башлай. Ҡыҙҙарының талантын күргән Зәкиә апай менән Ғәлимйән ағай уны республика урта махсус музыка колледжының Сибай филиалына уҡырға бирә. 12 йәшендә иһә Өфөгә, уҡыу йортоноң үҙенә уҡырға килә.

Әлеге ваҡытта Зөбәржәт Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ситтән тороп белем ала, 15-се музыка мәктәбендә фортепьяно класында уҡыта. 2016 йыл­да “Матур ҡыҙҙар” төркөмө менән эш башлай, “Йәшлек-шоу” фестивалендә 2-се урын яулағандар. Быйыл үҙен айырым йырсы булараҡ һынап ҡарарға тигән уй менән килгән.
– Үҙемдең киләсәгемде мотлаҡ сәнғәт менән бәйләргә теләйем. Ә “Йәшлек-шоу” фестивале – маҡсатыма илтеүсе тәүге аҙымдарҙың бе­реһе. Шуға ла бик етди әҙерләндем. “Иң-иң” йәштәштәрем ара­һын­да сығыш яһауыма ғорурланам. Атай-әсәйемә, ике ағайыма, туғандарыма, дуҫтарыма концертҡа ки­леп, минең сығышым өсөн янып-кө­йөп ултырыуҙары өсөн рәхмәтлемен.
“Йәшлек-шоу” фестиваленә лә, “Йәшлек” гәзитенә лә оҙон ғүмер, ижади уңыштар, рухи күтәренкелек теләйем. Халыҡ, милләт өсөн эшләгән эштәрегеҙ уң булһын! – тип изге теләктәрен дә еткерҙе йәш башҡарыусы.
Зөбәржәт шулай уҡ киләсәктә үҙенең эшен асып, бизнес өлкәһендә лә тәжрибә тупларға ниәтләй. Матурлыҡ яратҡан күңеле сәскәләргә, гөлләмәләргә тартыла. Һәр маҡсаттарың һине уңыштарға алып килһен, күңел ҡояшың һүрелмәһен!





Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: Ю.Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға