«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҡулда – диплом, алға – юлым...



25.07.2018 Ҡулда – диплом, алға – юлым...

Ҡулда – диплом, алға – юлым...
Бер төркөм эстрада йырсыһы һөнәрле булды

Әле юғары уҡыу йорттарында ҡыҙыу мәл – студенттарҙы ҡабул итеү башланды. Абитуриенттар ҙур тулҡынланыу менән шатлыҡлы хәбәр көтә, яҡты киләсәк тураһында хыяллана. Йоҡолары – йоҡо, аштары аш түгел әлегә.
Ә кемдәрҙең күңеле тыныс, беләһегеҙме? Әлбиттә, диплом алған кисәге студенттарҙың. Сессияларҙан, имтихандарҙан азат булыу, үҙ аллы тормош һәм тәүге эш хаҡы – былар барыһы ла йәш белгестәр өсөн мөһим. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙары араһында ла диплом алып, оло тормош юлына сығыусылар күп. Уларҙың бер нисәүһенең шатлығы менән уртаҡлаштыҡ.

1) Эстраданың яҡты “йондоҙ”­ҙары, ғаилә пары Нәргизә һәм Дамир ТАЙЫПОВТАР Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланы. Улар биш йыл элек, ҡабул итеү имтихандары ваҡытында танышып, дуҫлашып йөрөп, былтыр ғаилә ҡорҙо. Ғаилә башлығы өс йыл элек үк Башҡорт дәүләт филармонияһының лекторийында эш­ләй башлағайны, ойошма етәкселәре ҡатынын да янына саҡыр­ған. Ул быға тиклем уҡыу­ҙан тыш, Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында музыка дәрестәре алып барған.
Тайыповтар көҙгөлөккә матур концерт программаһы сыға­рыр­ға ниәтләй. Дамир студент булыуҙан ялҡмаған икән, тағы ла ике йыл аспирантурала белем алырға теләй. Йәштәргә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, саф мөхәббәт теләйбеҙ!
Әйткәндәй, Нәргизәнең ике туған һылыуы Нәркәс АРАЛБАЕВА ла сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамланы.
2) Ошо уҡ уҡыу йортоноң вокал бүлеген тамамлаған Азат ИСҠУЖИН тамашасыларға йырсы-композитор булараҡ яҡшы таныш. Бик күп конкурста еңеү яулаған, йырҙарын башҡорт эстрадаһының һәр өсөнсө йырсыһы башҡарған был егет киләсәктә профессионал композитор булыр­ға теләй. Шуға ла ул быйыл Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегенә уҡыр­ға ингән. Студент булыу өсөн мотлаҡ дүрт классик әҫәр ижад итеү кәрәк икән. Әҙерлек курстарында Азатҡа уҡытыусылар ошо йүнәлештә эшләргә ярҙам итәсәк.
3) “Йәшлек-шоу” – 2015” конкурсы лауреаты, йырсы, ҡурайсы Динислам САФИН Сибай сәнғәт колледжының ҡурай класын тамамлап, ҡулына диплом алды. Һәм ике аҙна ла үтмәне, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты булып китте:
– Ҡурайҙа уйнайым, бейей беләм, йырларға яратам. Юғары белемде ниндәй йүнәлештә алырға белмәй уйланып йөрөнөм дә, яңы һөнәр үҙләштерергә булдым. Театр факультетының актерҙар әҙерләү бүлегенә килдем. Дөрөҫөн әйткәндә, мин колледжға килгәндә үк актер булырға теләгәйнем, әммә ҡурайға һөйөү көслөрәк булып сыҡты. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, был уйын ҡоралының серҙәренә төшөндөм, хәҙер театр сәнғәтен өйрәнә башлаясаҡмын, – ти Динислам.
4) Ә бына башҡорт эстрадаһына “Хис”, “Һин генә уйҙарымда” йырҙары менән тәүге аҙымдарын яһай башлаған Салауат ХӘБИБУЛЛИН Өфө авиация техникумын тамамланы. Хит-парадтарҙа тәүге урындар яулап, яңы йырҙар яҙҙырып “йондоҙ” булып балҡырға теләгән егеткә хыялын тормошҡа ашырыуҙы бер йылға кисектереп торорға тура килә. Сөнки кисәге студентты уҡыуы тамамланыу менән әрме хеҙмәтенә саҡырғандар. Егеттең ижадын үҙ итеп өлгөргән йәштәр уны оҙатырға тимер юл вокзалына килеп, изге теләктәр менән оҙатып ҡалды. Салауат Чита ҡалаһы янындағы зенит-ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә.
5) “Йәшлек-шоу” конкурсы еңеүсеһе, йырсы Лилиә ДАУЫТОВА быйыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланы. Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ диплом алырҙан ярты йыл алда уҡ Өфө мәктәптәренең береһенә эшкә урынлашҡан. Артабан ул хеҙмәт юлын шунда дауам итәсәк һәм тамашасыларҙы яңы йырҙары, клиптары менән һөйөндөрәсәк.
6) Йырсы Илнур РАМАЗАНОВ иһә Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамланы. Балаҡатай районында яуаплы концерт булыу сәбәпле, сығарылыш кисәһендә ҡатнаша алмаған, декан дипломды ҡулына тапшырыу менән юлға сыҡҡан. Йәш егеттең киләсәккә хыялдары ҙур, әлеге ваҡытта магистратураға инер өсөн имтихандар тапшырған, һөҙөмтәләрен көтә. Быйыл 3 июндә үткән “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең алдан тауыш биреүендә үҙенең кандидатураһын күрһәтеп, байтаҡ тауыш йыйҙы. Кем белә, бәлки, киләсәктә Илнур Рамазанов күренекле сәйәсмән дә булып китер. Халыҡ үҙен ярата, үҙе лә һәр ваҡыт халыҡ араһында. Әле лә бит Таһир Әсәҙуллин менән бергә Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондарында концерттар ҡуя.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға