«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”



22.04.2018 Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”

Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”
Башҡорт бейеүе... Кемдәрҙе генә хайран итмәгән дә, кемдәрҙең генә йөрәген елкендермәгән икән ул?.. Халҡыбыҙҙың яугирлығы ла, саялығы ла, ғорурлығы ла сағылыш тапҡан унда. Ҡурайҙа уйнар өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тиҙәр. Эйе, башҡорт бейеүен йөрәктәргә үтеп инерлек итеп бейер өсөн дә башҡорт рухлы булыр­ға кәрәк!.. Стәрлетамаҡ Бейеү театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира Амангилдина тап ана шундай рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.
23 мартта ул үҙенең 20 йыллыҡ ижад байрамын билдәләне. Муйылдай ҡара күҙле, йор күңелле сая ҡыҙ ни өсөн тап бейеүсе һөнәрен һайлаған? Уның менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Дамира һылыу, бына инде нисә йыл һине беҙ Стәрлетамаҡ Бейеү театрының сағыу бер биҙәге итеп беләбеҙ. Ҡайһы яҡ һылыуыһың, ниндәй яҙмыш һине был театрға килтерҙе?
– Әбйәлил районының Хәлил ауылында алты балалы ишле ғаиләлә үҫтем. Атайым Зәйнетдин – ошо ауыл кешеһе. Әсәйем Менәүәрә Хәлил ауылына Ирәндек тауҙары аша ғына ятҡан Баймаҡ районының Һәмән ауылынан килен булып төшкән. Әсәйем дә, атайым да үҙҙәре бик егәрле, эшһөйәр булды. Балаларына ла тынғылыҡ бирмәне. Эшләп үҫтек. Атайым колхозда көтөү көттө, әсәйем Көнкүреш йортонда эшләне. Тыуған яҡтың еләкле болондары, бесән ваҡыты әле лә төштәремә инә. Ер ҡарҙан асылыу менән умырзая сыҡҡандан башлап, йәй буйы үләндәр, емеш-еләк йыйып, ҡар яуғансы яландан ҡайтып инмәй торғайныҡ. Бына шулай тәбиғәт ҡосағында аунап үҫтек. Көҙ көнө сөгөлдөр йыйып тапшырып, ҡышҡылыҡҡа мал ҡураға ингәс кенә бер аҙ тынысланғандай булабыҙ. Унан инде уҡыуҙар башлана, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә йөрөргә лә ваҡыт ҡала.

– Сәнғәткә булған һөйөү тап ана шул вайымһыҙ бала саҡтың иң матур, ҡәҙерле мәлдәрендә яралалыр ул... Тимәк, һин бәләкәйҙән бейеп үҫкәнһең?
– Эйе, Римма апайым менән ауылыбыҙҙағы “Тамсыгөл” бейеү ансамблендә бейенек. Апайымдар кластарында вокаль-инструменталь ансамбль ойоштороп, шунда йырлап йөрөй торғайны. Апайым Римма Амангилдина – Башҡортос­тандың халыҡ артисы, үҙенә генә хас моңо, һөйкөмлөлөгө менән күптән халыҡ һөйөүен яулаған йырсы. Мин иһә бейеүҙе үҙ иттем. Ошо теләгем 1996 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килде. Беҙ техникумдың гөрләп торған сағында уҡыныҡ. Был уҡыу йорто бөтә Башҡортостандың мәҙәни донъяһына күпме белгестәр әҙерләп сығарҙы! Беҙҙе Рәлиф Сафиуллин, Светлана Ушанова кеүек үҙ эшенә үтә лә яуаплы ҡараған тәжрибәле педагогтар уҡытты. Уларға бик рәхмәтлемен. Рәлиф Хафиз улы бик талапсан булды, студенттар уҡыһын, белем алһын, тип тырышты. Уның “Аҡбуҙат” бейеү ансамблендә лә бейенем. Рәлиф Хафиз улы: “Дамира, һинең урының – Бейеү театрында, унда тап һинең кеүек янып торған ҡыҙҙар эшләргә тейеш”, – тине. Тап шул ваҡытта Хәлил ағай Ишбирҙин Стәрлетамаҡ Бейеү театрына эшкә саҡырҙы. Шул мәлдә ул “Кис ултырыу” бейеүен һала ине. Мине шунда уҡ солоға ҡуйҙы. Ауыл тормошон һүрәтләгән был хореографик композицияны бына нисә йыл инде ҡайҙа барһаң да халыҡ дәррәү алҡыштарға күмә.

– Үҙеңә ниндәй бейеүҙәр оҡ­шай? Ҡайһы бейеүҙәрҙе айырыу­са яратып башҡараһың?

– Күңелемә сағыу характерлы, тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле бейеүҙәр яҡын. Юғиһә, йыш ҡына мәғәнәһеҙ, хәрәкәттәр йыйылмаһынан торған буш бейеүҙәргә тап булаһың. Бейеү булғас, һәр хәрәкәттә ҙур мәғәнә, характер ярылып ятырға тейеш. Үҙем Ҡыпсаҡ ҡыҙы булараҡ, бейеүҙәремдә ошо ырыу ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡты сағылдырырға теләйем. Тағы ла шуныһы: һәр яҡтың үҙенә генә хас бейеүе бар. Мәҫәлән, “Зилалай” Белорет райо­ны ерлегендә барлыҡҡа килгән. Был уйын формаһындағы бейеү – Ҡатай ырыуы башҡорттарының бейеүе. Уны бейеүҙәремдәге иң беренсе партнерым Руслан Сөләймәнов менән (һүрәттә) бергәләп бейейбеҙ. Руслан ныҡ егәрле, сос, кешелекле кеше. Ул – яҡын дуҫым да, рухташым да. Сәхнәлә бындай партнерың булыу – күптәрҙең хыялы.

– Эйе, һин йөрәк елкендерерлек бер тигән бейеүсеһең, ә үҙеңдең бейеү һалып ҡарағаның булдымы?
– Бейеү һалғаным бар, әммә минең өсөн бейеүҙең асылына тәрән төшөнгән юғары кимәлдәге балетмейстер ҡулында шөғөлләнеү мөһим. Бейеү ҡуйыусылар күп, тик ул бейеүҙәрҙең күбеһенең ғүмере ҡыҫҡа. Ни өсөн тигәндә, иң беренсе беҙ халыҡтың тарихын белергә, уға мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ. Халыҡтың тарихын, уның булмышын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белмәй тороп, уңышлы бейеү тыуҙырып булмай.
Миңә Хәлил Ишбирҙин, Риф Ғәбитов кеүек күренекле балетмейстерҙар менән эшләргә насип булды. Хәлил Әнүәр улы бейеү сәнғәтенә яңы балҡыш бирҙе. Үҙенең тыуасаҡ бейеүен дә алдан тоҫмаллап, уның тарихын һөйләп бирә ине. Уның бейеүҙәрендә халҡыбыҙҙың тап ана шул меңәр йыллыҡ тарихы ята ла инде.
Риф Фәтих улы – филолог, тарихсы булараҡ бик ҡыҙыҡлы шәхес. Риф ағай “Әтәс. Тауыҡ. Төйлөгән” тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте буйынса бейеү һалды. Әйткәндәй, “Зилалай”ҙы ла сәхнәгә ул сығар­ҙы. Ошондай шәхестәр ҡулында эшләүем менән үҙемде шул тиклем бәхетлемен, тип уйлайым.

– Стәрлетамаҡ Бейеү театры сит илдәрҙә лә йыш сығыш яһай. Башҡорт бейеүен унда нисек ҡабул итәләр?
– Гастролдәрҙә күп йөрөнөк. Ысынлап та, сит халыҡтарҙы ымһындырырлыҡ бейеүҙәребеҙ бар. 2006 йылда Бельгияға барҙыҡ. Ундағы халыҡ башҡорт сәнғәтенә ныҡ ғашиҡ. Беҙҙең костюмдарға, ҡама бүректәргә иҫтәре китә. “Һеҙ бик бай халыҡһығыҙ”, – тиҙәр. Ысынлап та, костюмдарыбыҙ менән генә түгел, эске күңел донъябыҙ менән дә бай булыуыбыҙ бейеүҙәребеҙҙә сағыла.

– 20 йыл – бейеүсе өсөн күп ваҡыт. Ошо йылдар эсендә күпме гастролгә йөрөлгән. Артист тормошо сәхнәнән ҡарап ултырғанда ғына еңел тойолһа ла, төрлө саҡ булғандыр...

– Ул саҡта бөтәбеҙҙең дә балалары бәләкәй. Май айында уларҙы ауылға илтеп ҡуябыҙ ҙа, үҙебеҙ йәй буйы гастролдә йөрөйбөҙ. Балалар әрһеҙ үҫте. Гастролдә бергә йөрөткәндә лә мыжыманылар, барына ҡәнәғәт булдылар. Теҙелешеп ултыралар ҙа, тауыш-тындары ла сыҡмай уйнай бирәләр. Арып китһәләр, ултырған ерҙән тыныс ҡына йоҡлап алалар.
Артист тормошо – сиған тормошо менән бер, тип юҡҡа әйтмәйҙәр­ҙер инде. Аласыҡта ҡунған саҡтар ҙа булды. Бер мәл шулай Бөрйәндә йөрөгәндә бәләкәй генә аласыҡта йоҡларға тура килде. Бәләкәй генә һике, уныһында ла иркенләп аяҡты һуҙып ятып булмай. Ике ҡыҙ һикелә йоҡланы, миңә һандыҡ эләкте. Иртән тороуыбыҙға хужабикә үҙе әллә ҡайҙа сығып киткән. Беҙгә алты йәшлек ҡыҙының сәсен ҡырҡырға ҡушып киткән... Бына шулай, тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәк (көлә).
Улым Илгиз бәләкәйҙән артист тормошон күреп үҫте, үҙем менән гастролдәргә йөрөй торғайны. Артист уның һөнәре түгел икәнлеген шул саҡта уҡ аңланы. Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамланы. Әле ул армияла – Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында хеҙмәт итә, сержант.

– Ә һин ғүмер буйы ошо театрға тоғро ҡалғанһың...
– Был театр минең асылыма тап килә. Ул шул тиклем үҙенсәлекле, башҡа бер бейеү коллективына ла оҡшамаған. Хәлил Ишбирҙин биргән рухты һаҡларға тырышабыҙ. Бөгөн мине, ошо уникаль Бейеү театрыбыҙ һүнеп ҡуймаһын ине, тигән уй борсоуға һала. Шуныһы аяныслы, хәҙерге йәштәр бейеүҙең нескәлектәренә төшөнөп етмәй, уларҙа битарафлыҡ көслө. Ә бит беҙҙең бейеүҙәребеҙҙең эске донъяһы бай, башҡорт бейеүҙәре сал Уралдың үҙе кеүек боронғо. Беҙҙең өсөн иң мөһиме аҡса түгел, ә ошо рухи ҡиммәттәрҙе аңлау. Үҙебеҙҙең энтузиазм менән йөрөйбөҙ. Ошо бейеүҙәребеҙ аша рухыбыҙҙы халыҡҡа еткереүҙе бурыс итеп ҡуйҙыҡ. Ижадыма 20 йыл тулыуға арналған концертымдың исеме лә “Бейеүҙәрҙә – минең асылым” тип атала. Һәммәгеҙҙе лә ижадташ дуҫтарым менән 23 мартта киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе залында көтөп ҡалам.

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА
алып барҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға