«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хит-парад эстрадабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә



07.02.2018 Хит-парад эстрадабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә

Хит-парад эстрадабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә«Юлдаш»-хит. Радио хит-парады. Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов алып барған киске тапшырыу. Ул нимәнән ғибәрәт һуң?
Һәр йомала эфирҙа яңы 7 йыр тыңлаусылар иғтибарына сығарыла, улар үҙ сиратында оҡшаған йырҙарына дүрт аҙна буйы Юлдашфм.ру сайтында тауыш бирә, ай еңеүселәрен билдәләй. Йыл аҙағында, был бәйге гала- концерт менән тамамлана. Бер миҙгелгә 70-тән ашыу яңы йыр тәҡдим ителә. Иң күп тауыш йыйған 30 йыр гала-концертҡа үтә. «Юлдаш»-хит, ижад менән әүҙем шөғөлләнгән профессиональ йырсыларҙы, һәләтле үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың яңы йырҙарын популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурстың башҡа маҡсаттары һәм бурыстары:
– башҡорт эстрадаһы үҫешенә йоғонто яһау.
– йыр авторҙарының һәм композиторҙарҙың эшмәкәрлеген пропагандалау, талантлы йыр авторҙарын билдәләү;
– башҡарыусыларҙың һәм йыр авторҙарының ижади үҫешенә булышлыҡ итеү. Һәр йомала, киске сәғәт 10-да, тыңламай ҡалма!






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға