«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Иман нуры таратабыҙ



03.11.2017 Иман нуры таратабыҙ

Иман нуры таратабыҙ
Мәңгелек ҡиммәттәрҙең баһаһы төшөп, бәҫе киткән, ҡиблалар буталған заманда йәшәйбеҙ.
Хәйер, замандарҙың беҙҙең илдә еңел булғандары һирәк. Әҙәм балаһына һәр саҡ ниндәй­ҙер юлдар сатында, изгелек менән яуызлыҡ киҫешкән тәңгәлдәрҙә йыш торорға тура килә. Шундай саҡтарҙа күңелеңдә иман, изгелеккә инаныу булһа, ҡаршылыҡтар еңелерәк үтелә, икеләнгән мәлдәрҙә дөрөҫ һуҡмаҡҡа этәрер төшөнсәләрҙең кәрәк булыуы ла бар. «Юлдаш» радиоһында һәр йома һайын донъя күргән, йәкшәмбе көндәрендә ҡабатлана килгән «Иман» тапшырыуы радио тыңлаусыларға ябай телдә ислам ҡиммәттәрен еткереүсе лә, тәрбиәсе лә тиергә мөмкин. Уны әҙерләп алып барыусы Морат Лоҡманов: «Әҙәм балаһы һәр ваҡыт өгөт-нәсихәткә, кәңәшкә мохтаж. Бигерәк тә илаһи аяттар­ҙан, хәҙистәрҙән килгән аҡыл, тәрбиә, күңел түренә үтеп инеп, тормошҡа дөрөҫ йүнәлеш биреү ҡеүәтенә эйә. Ислам диненең әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдырыусы «Иман» тапшырыуы тап ошондай нәсихәттәргә, дин әһелдәренең хикмәтле һүҙҙәренә нигеҙләнгән. Шулай уҡ был тапшырыуҙа даими рәүештә мәсет-мәхәллә яңылыҡтары, республикабыҙҙағы мосолмандар тормошо менән таныштырып барыла, динебеҙ йолалары аңлатыла.
«Иман» тапшырыуының төп үҙенсәлеге шунда – халыҡ уны ял алыу, күңел асыу өсөн генә тыңламай, бәлки, дәреслек рәүешендә ҡабул итә. Шуға күрә тапшырыуҙар, аудиторияның ҡыҙыҡһыныуын, аңлау кимәлен иҫәпкә алып, үҙенсәлекле дәрестәр формаһында ойошторола».
Тапшырыуҙы йомала 11 сәғәт 10 минутта, ҡабатлап шәмбелә 8 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ.
Тормош аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙан тора, тибеҙ. Аҡлыҡҡа ынтылыш үҙебеҙҙән. Күңел­дәрегеҙҙе иман нуры сафландырһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға