«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҡырҡмай торған үткерлек



24.08.2017 Ҡырҡмай торған үткерлек

Ҡырҡмай торған үткерлек
Киң мәғлүмәт сараһының йәмғиәткә йоғонтоһона ҡағылышлы сығыштарым бынан алда ла байтаҡ булды – уның һаман арта барғаны раҫлай киленде.

Һөнәремдең яңы үрҙәренә өҫтәмә шаһитлыҡтан ҡыуаныс тойғоһо кисерелде һәм кисерелә лә, сөнки уны, ысынлап та, шулай – һалынған көскә, бүленгән ваҡыт­ҡа, ижади тынғыһыҙлыҡҡа бәрәбәр оло тәьҫирле итеп күрге килә. Был белдерелгәндә, беренсенән, тәү нәүбәттә ижтимағи-сәйәси өлкә, икенсенән, нәҡ һәм тик ыңғай ғына йоғонто күҙҙә тотола – журналистиканы һис тә емереүсе түгел, ә төҙөүсе, һаҡлаусы итеп ҡарауҙан ул. Бының өсөн һәр ваҡыт шәхсән яуаплы, һаҡ эш итеү талап ителә һәм беҙҙең тарафтан шулай башҡарыла ла. Йәғни бигерәк тә ошо тармаҡта үткерлек кәрәк, ләкин һәйбәт нәмә ҡырҡылмаһын, бурыс – киреһенсә, ямау, бөтәйтеү, ҡотайтыу – ижтимағи-сәйәси һүҙҙең көсө әүәл-әүәлдән юғары.
"Юлдаш" радиоһының "Асыҡ студия" тапшырыуын шуға күрә август аҙағында башланыр яңы ижади миҙгелдә лә эфирҙа ҡалдырырға ҡарар ителде. Эфирҙа киләсәктә лә, ял, байрамдарҙан тыш көндәрҙә, өйрәнелгән, күптәрҙең, эштән ҡайтышлай, автомобилдә мәленә лә тура килгән ваҡытта – 18 сәғәт 15 минуттан 18 сәғәт 45 минутҡаса арала, осраша торорбоҙ.
Радио тыңлаусыларыбыҙға мөрәжәғәт, ғәҙәттәгесә, бер: проектҡа темалар тәҡдим итегеҙ, проблемалар хаҡында әйтегеҙ һәм яҙығыҙ. Шул иҫәптән ошо ысул менән дә йылдамлыҡ күрһәтелеүе әле теләнгән кимәлгә етмәгән тип баһаланған граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бер этәргес тә булыр.

Рәсүл Сәғитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға