«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Әҫәр – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя…”



11.04.2017 “Әҫәр – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя…”

“Әҫәр – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя…”
Яҙғы ай – ярты аҡыл, ти халыҡ. Ул берсә ҡары-бураны менән буҙлай, берсә һәр тере йәнде наҙлай. Шундай миҙгелдә күңелгә тотороҡлоҡ, гел изге уй-ниәттәр өҫтәр "Әҙәби уҡыуҙар" һәм "Шиғриәт минуттары" тапшырыуҙарына ла ҡолаҡ һалығыҙ, дуҫтар.
Халҡы­быҙҙың арҙаҡлы улы Р. Фәхрет­динов: "Әҙәбиәт инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер", – тигән бит. "Юлдаш" тулҡындарында апрель айында һеҙҙең күңелгә хуш килер әҫәрҙәр байтаҡ. Улар араһында радионың алтын фондынан алынғандары ла, яңы яҙмалар ҙа бар. Мәҫәлән, танылған әҙиптәребеҙ Ноғман Мусиндың "Әлфирә килен", Түләк Ғирфа­новтың "Фәйрүзә", Рәйес Ғабдрахмановтың "Өҙөлмәһен моңдарым" исемле беренән-бере тулҡынландырғыс әҫәрҙәрен Башҡор­тос­тандың халыҡ артистары Нурия Ирсаева, Әхәт Мортазин, Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
Яҙыусы танытмаһына эйә булмаһалар ҙа, Миләүшә Ҡаһарманова менән Кәрим Ҡара "һүҙ оҫтаһы" тигәнде раҫларлыҡ хикәйәләре менән таң ҡалдырып ҡуя. Уларҙың "Ағиҙел" журналында баҫылған "Атаҡай", "Бәхет тауҙары бейек" әҫәрҙәре тап шундайҙарҙан. Геройҙары көтөлмәгән характер һыҙаттары менән уҡыусы күңелен арбай, төҙөк сюжет, һығылмалы халыҡсан тел ҡыуандыра. Тормошта ҡарашы менән теҙ сүктерер атаҡай хаҡындағы әҫәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина елегеңә үтерлек итеп еткерһә, икенсеһе Гөлназ Алсынбаева уҡыуында күңелегеҙгә хуш килер. Олоһо-йәше өсөн һабаҡ бирерлек радиоспектаклдәр ҙә эфирға сығасаҡ.
"Шиғриәт минуттары", ғәҙәттәгесә, айҙың һәр йәкшәмбеһендә яңғырар. Тәүге аҙна танылған шағир Хисмәт Юлдашевтың юбилейы уңайынан уның шиғырҙары менән башланыр. Артабан Шакир Бикҡоловтың һәм Миләүшә Ғәйфуллинаның ижад емештәрен тәмләрһегеҙ. Ҡасандыр Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләк:
"Мәңге йәшәйем, тип донъя тупла,
Иртән үләм, тиеп доға ҡыл!" –
тип яҙғайны. 10 йыл әүәл арабыҙҙан китһә лә, талантлы шағирҙың ижади ғүмере үлем­һеҙ, радио аша уның үҙе уҡыуындағы ҡәҙерле яҙманы ишетеп, күптәр ҡыуаныр.
Күңелде ҡояш нурҙары кеүек йылытыр көскә эйә әҙәпле донъянан айырылмайыҡ, дуҫтар! "Юлдаш"тың тауыш режиссерҙары юғары зауыҡ менән музыкаль яҡтан биҙәгән әҫәрҙәр эфирҙа яңғырағандан һуң уларҙы беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресы – yuldashfm.ru.

Әнисә Муллағолова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға