«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк



01.04.2017 Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк

Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк2012 йылдан алып үткәрелгән "Ҡош юлы" республика бард фестивале быйыл тәүгә икенсе урында - Әбйәлил районында ойоштороласаҡ.

Бығаса фестиваль Ейәнсурала, Таҙлар ауылы янында Һүрәм йылғаһы буйында үтә ине. Быйылғыһы 16-18 июндә уҙғарыласаҡ, тәғәйен урынын аҙаҡтан әйтербеҙ.

Әле сарала ҡатнашыусыларҙы һайлау иғлан ителде. Улар Экология һәм айырыуса һаҡланған биләмәләр йылына һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арнап сығыш яһаясаҡ. Ғаризалар ике йүнәлештә ҡабул ителә: авторҙар һәм башҡарыусылар, дуэт менән сығыш яһарға мөмкин. 16 йәштән һәм өлкәнерәктәр үҙ көстәрен һынай ала. Бардтар йырҙарын гитара йәки башҡа акустик инструменттар оҙатыуында башҡарырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға