«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Иҡтисадсы булмаһағыҙ ҙа, уға битараф ҡалмағыҙ



26.03.2017 Иҡтисадсы булмаһағыҙ ҙа, уға битараф ҡалмағыҙ

Иҡтисадсы булмаһағыҙ ҙа,  уға битараф ҡалмағыҙ
Тапшырыу әҙерләгәндә ҡайһы бер етди генә әңгәмәселәр ауыҙынан ошондай сәйер һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә: “Мин сәйәсәткә ҡыҫылмайым” йәки “Иҡтисад менән, ана, аҡыллы баштар шөғөлләнһен”.

Асылда, йәшәйеш ошо терминдарҙан тыш бара алмай бит. Тапшырыуҙың темаһы буйынса тура килгәс, иҡтисад төшөнсәһенә күберәк баҫым яһайыҡ. Һәр кеше аҡса эшләй, кибеткә барып, шул аҡсаһына ризыҡ йәки кейем ала. Шулай булғас, уны бизнесмендар йәки Кремлдә ултырғандар термины тип әйтеү мөмкинме?! Һуңғы ваҡыттағы тапшырыуҙарҙы иҫкә төшөрөп үткәндә, сәйәси иҡтисадҡа ла, социаль сәйәсәткә лә инеп киткеләнде. Мәҫәлән, тыңлаусыға “аутсорсинг” терминының мәғәнәһен аңлатып бирергә тырыштым. Мәктәп һәм балалар баҡсаларында туҡланыу, һаҡлау, йыйыштырыу, балаларҙы автобуста ташыу кеүек эштәрҙе мәғариф системаһынан башҡа предприятиеға күсереүҙең отошло һәм бик үк булмаған яҡтарын асып бирергә ынтылдыҡ. Улар ҙа – иҡтисад. Шул уҡ Белорет районының Сермән ауылында ябай егет спорт тренажерҙары заводы аса икән, был да иҡтисад.
Алда – яҙғы баҫыу эштәре. Тырматыу, ашлау, сәсеү... Фермерҙар менән ошо темаларға ла иғтибар итербеҙ. Милли һәм дини үҙенсәлектәр­ҙе файҙаланып аҡса эшләүселәр, кейем тегеүселәр менән тапшырыу ҙа ошо арала Һеҙгә барып етер, хөрмәтле тыңлаусыбыҙ.
“Иҡтисад һәм донъя” тапшырыуын һәр кесе йома һайын 10 сәғәт 11-се минутта (киске сәғәт 8 тула 25 минуттан – ҡабатлау) тыңлағыҙ.
Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресы – yuldashfm.ru.

Бәйтулла ФӘТҠУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға