«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ҡәҙерле кешемә”



14.03.2017 “Ҡәҙерле кешемә”

“Ҡәҙерле кешемә”
Ҡәҙерле дуҫтар!
Беҙҙең халыҡҡа хис-тойғоларҙы йыр-моң аша әйтеп биреү хас. Сөнки тап йыр-моң аша күңел ҡылдарының иң нескәләрен сиртергә, йөрәктә булып та, телгә килеп етә алмағанды аңлатырға мөмкин.

“Юлдаш” радиоһы алып барыусылары көн һайын һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ғүмер байрамдары уңайынан ҡотлай, изге теләктәргә ҡушып йырлы бүләк тапшыра. Көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем – башҡорт телендә, 4-тән 6-ға тиклем татар телендә “Ҡәҙерле кешемә” тип аталған музыкаль ҡотлауҙар программаһы эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә, иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-се яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең һорауы буйынса, ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрергә була. Ҡотлау биреү тәртибен һәм реквизиттарҙы беҙҙең рәсми сайтта yuldashfm.ru адресы буйынса һәм радионың “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә лә ҡарай алаһығыҙ. Заказ эшләү өсөн ҡотлаған кешегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтле хат талап ителә. Яҡын кешегеҙҙең тыуып үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле, яратҡан шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында мәғлүмәттәр яҙыуығыҙ һорала. Һеҙҙең хат нигеҙендә мөхәррирҙәр, ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр өҫтәп, тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шәрифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙыуығыҙ мотлаҡ.
Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙың ике вариантта булыуы. Беҙҙең реквизиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәрегеҙ. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru.
Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск менән – 750 һум.
Белешмәләр өсөн телефон – 8 (347) 291-22-47
Байрамдар уртаҡ булһын!

Гөлназ ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға