«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!



23.01.2017 “Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!

“Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уны һатып алып та, бүләк итеп тә булмай. Һау-сәләмәт булыу иң элек кешенең үҙенә бәйле. Ә һалҡын тейеүҙе, киҙеүҙе алдан иҫкәртеп буламы? Ошо һәм сәләмәтлеккә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, тыңлаусыларыбыҙҙы сәләмәтлек серҙәре менән таныштырыу, уларға табип-белгес кәңәштәрен еткереү, сирҙәр­ҙе иҫкәртеү маҡсатында "Юлдаш" радиоһында "Сәләмәт булайыҡ" проекты ойошторолдо. Ул эфир тулҡындарына йома көн "Иртәнсәккәй тороп" проектында сыға, тулыраҡ тапшырыу булып һәр икенсе дүшәмбе көндөҙгө 11 сәғәт 15 минутта һәм киске 8 сәғәт 15 минутта донъя күрә.
Һаулығыбыҙҙы нисек кенә һаҡлар­ға тырышһаҡ та, барыбер табиптарға һәм аҙым һайын теҙелеп торған дарыуханаларға мөрәжәғәт итмәйенсә йәшәй алмайбыҙ. Дарыуҙарға көндән-көн хаҡтар арта, уларҙың арзан аналогтары бармы? Ниндәй дарыуҙарға өҫтөнлөк бирергә? Киҙеүҙе ни өсөн табиптар антибиотиктар менән дауаларға кәңәш итмәй? Сығарылыштарҙа ошондай көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп, өлкәне яҡшы белгән табиптар ярҙамында бергәләп яуаптар эҙләйбеҙ. Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе төрлө ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин. Сырхауҙың сәбәбе – хәрәкәт һәм кәрәкле витаминдар етмәү. "Сәләмәт булайыҡ" рубрикаһының алдағы сығарылыштарында ошо хаҡта ла ишетербеҙ.
Әҙәм балаһы сирләгәндә генә һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Табип сирҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәр кем үҙе булдыра. Сәләмәт кеше – матур кеше. Әгәр инде күңелебеҙ "ауырый" икән – тәнебеҙ ҙә интегә. Һәр яҡлап сәләмәт булайыҡ! Һеҙҙән һорауҙар менән хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙарҙы uldashfm.ru адресы буйынса беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин.
Сәриә Рамазанова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға