«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Марсель йырлай башҡорт йырҙарын



14.11.2016 Марсель йырлай башҡорт йырҙарын

Марсель йырлай башҡорт йырҙарынХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, “Каруан” төркөмө солисы Марсель Ҡотоевты бөгөн белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. “Бибинур” йыры менән халыҡ күңеленә үтеп ингән егет бөгөн башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙ булып балҡый. Йырсының репертуарында башҡорт, татар, рус йырҙары ғына түгел, итальян композитор­ҙарының йырҙары ла айырым урын алып тора (2014 йылдың апрелендә уның “Marcello Cutugno & Марсель Ҡотоев” тип исемләнгән концертының ҙур уңыш менән үткәнен хәтерләйһегеҙҙер).

Марсель Ҡотоев ҡыҫҡа ғына ваҡытта бихисап фестиваль-конкурста ҡатнашып, призлы урындар ала. 14 йәшендә “Башҡортостан йондоҙҙары”, ә 18-ҙә “Ирәндек моңдары” конкурстарында гран-при яулай,. Артабан “Урал моңо” (2006), “От Ыры” (“Песня Огня”, 2010 йыл) халыҡ-ара конкурстары, “Жайыҡ DAUYSY” халыҡ-ара музыка фестивалендә (2016) еңеүҙәр. Шулай уҡ, “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры” телевизион фестивалдәрендә лә үҙен таныта. Ул филармония сәхнәләштергән күп проекттар­ҙың актив ҡатнашыусыһы ла.
Йырсының ижадын һөйөүсе тамашасылар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡты еткерергә ашығабыҙ. 14 ноябрҙә филармонияның Кесе (Орган) залында Марсель Ҡотоев “Башҡортомдоң үлмәҫ моңо” исемле концертын тәҡдим итә. Программаға һеҙ яратып тыңлаған башҡорт халыҡ йырҙары һәм эстрада композициялары ингән. Әйткәндәй, йәш йырсы ижадташ дуҫтары менән дә бергә сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Азамат Тимеров, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Дамир Тайыпов, Эльвира Хәйретдинова (орган), Регина Баракова (бейеү), филармонияның ҡурайсылар квинтеты, Заһир Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар ансамбле һәм башҡаларҙың сығышын күрә алаһығыҙ.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға