«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне



11.12.2010 Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне

Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеБР Мәҙәниәт министрлығында Асҡар Абдразаҡов мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Юғары наградаларға 12 кеше лайыҡ булды. Уларҙың туғыҙына «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Марат Яҡуповҡа «Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы» исеме бирелде.
«Китап» нәшриәтенең уҡыу әсбаптары буйынса мөхәррире Зөһрә Яйҡарова БР-ҙың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде, Әлфиә Әсәҙуллина «БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, Асҡар Әмир улы уларға артабан да илһамланып эшләүҙәрен, яңы ижади үрҙәр теләне.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға