«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Йәшлек-шоу»ға килегеҙ!



11.12.2010 «Йәшлек-шоу»ға килегеҙ!

15 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Йәшлек-шоу – 2010» республика йәштәре йыр-моң фестивале үтә.
Республика йыр-моң фестивале талантлы йәштәрҙе асыу, уларға эстрадаға юл ярыу маҡсатында ойошторола. Был сара беренсе тапҡыр 1991 йылда үткәрелә. Тәүге йылдарҙа уҡ ҙур популярлыҡ яулаған фестиваль бик күп йырсыларҙы танытты ла инде.
«Йәшлек-шоу» фестивалендә билдәле йырсылар менән бер рәттән йәш башҡарыусылар ҙа сәхнәгә сығасаҡ. Һайлап алыу туры 4 декабр­ҙә үтте, унда ҡатнашыусылар араһынан «иң-иң»дәр гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын алды. Шулай итеп, быйыл үҙҙәрен күрһәтеп, емешле ижад итеп, популярлыҡ яулаусыларҙы билдәләү ваҡыты етте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға